Һәр кемдең күңелендә тик яҡты тойғолар һәм хәтирәләр менән генә һаҡланған ер – ул тыуған ер, тыуған тупраҡ. Быуаттар буйына ата–бабаларыбыҙ ошо изге еребеҙҙе дошмандарҙан һаҡлап, йән аямай көрәшкән, яу яландарында ҡанын ҡойған, баштарын һалған. Тыуған ер һәм тыуған ил өсөн ҡорбан булғандар – илем геройҙары. Тыуған ер өсөн баш һалыу – ул иң юғары батырлыҡ.
Бөтә кешеләрҙең тыуған ере булған кеүек, минең өсөн дә ғәзиздәрҙән дә ғәзиз ерем – ул минең һөйөклө Баймағым. Минең өсөн Баймаҡтан да матурыраҡ һәм һөйкөмлөрәк ҡала юҡ донъяла. Баймағымдан айырылып, ике-өс көнгә ҡайҙалыр китһәм дә, тыуған яғымды юҡһынам, һағынам.
Баймаҡ ере шулай уҡ үҙенең данлыҡлы шәхестәре менән киң билдәле. Районыбыҙҙан сыҡҡан яҙыусылар, артистар һәм фән эшмәкәрҙәре бик күп. Баймаҡ ерендә тыуған һәр кем Баймаҡтан булыуы менән ғорурланырға һәм ошо ергә лайыҡлы булырға тейеш тип һанайым. Бының өсөн бәләкәйҙән тыуған еребеҙгә һөйөү һәм илһөйәрлек рухында үҫергә тейешбеҙ. Яман ғәҙәттәрҙән алыҫ торорға, яҡшы уҡырға һәм үҙ еренең ысын гражданины булып үҫергә бурыслыбыҙ. Бынан тыш спорт менән шөғөлләнергә, һәләттәребеҙҙе үҫтерергә, төрлө яҡлап үҫешергә лә кәрәк.
Үткәне булмаған халыҡтың киләсәге лә булмай. Тарихын өйрәнгән, ете быуынын яттан белгән белемле йәштәр ҡулында буласаҡ еребеҙҙең киләсәге.
Баймаҡ ере киләсәктә тағы ла сәскә атыр, белемле йәштәр районыбыҙҙы күтәрер, район данын бөтә донъяға шаулатырҙар тип ышанам. Киләсәктә бергәләшеп тотонһаҡ, ерҙәребеҙ һәм һыуҙарыбыҙ таҙа булыр, баҫыуҙарҙа игендәр гөрләп үҫер, илебеҙ сәскә атыр һәм халҡыбыҙ бай һәм матур тормошта йәшәр, тип уйлайым.
Айлина Баязитова,
Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе уҡыусыһы.