+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Хат-хәбәр
27 Ғинуар , 11:29

Каникулым файҙалы үтте

Минең ҡышҡы каникулым Ҡыш бабай күстәнәстәрен алып ҡыуаныуҙан башланды. Өфө ҡалаһына "Газпром"дың шыршы байрамына барып, күңелле ял итеп ҡайттым.

Каникулым файҙалы үтте
Каникулым файҙалы үтте

Икенсе сиректе тик яҡшы билдәләренә генә тамамлап, ата-әсәйемде ҡыуандырҙым. Ҡышҡы каникулымды файҙалы һәм күңелле уҙғарыуға ярҙам иткән өсөн уларға ҙур рәхмәт! 
Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар өсөн эшләнгән ҡаласыҡтарҙы ла барып күрҙек. Торатау буйындағы байрамда ла ҡатнашып, тау шыуып, төрлө күргәҙмәләрҙә күңелле итеп йөрөп ҡайттыҡ.
Шул уҡ ваҡытта ҡанатлы дуҫтарыбыҙ — ҡош­тар өсөн баҡсабыҙҙа элгән тағараҡҡа көндә ем һалып, уларҙы һыйларға ла онотманым.
Быйыл ҡар күп яуғанлыҡтан йорт алдын ҡарҙан таҙартырға ла булыштым. Һырғалаҡҡа барып, конькила шыуып та өлгөрҙөм.   
Шулай файҙалы һәм күңелле итеп каникулым үтеп тә китте. Уҡырға яңы көс-дәрт йыйып, синыфташтарымды, уҡытыусыларҙы һағынып өлгөрҙөм.

Әҙилә Аҙнабаева,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: