+24 °С
Ямғыр
Хат-хәбәр
14 Февраль 2025, 08:53

Арыҫлан атлы егетмен!

Мин Арыҫлан Дәүләтбаев булам. Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 5-се “Б” синыфында тырышып уҡыйым. Башҡорт әҙәбиәте һәм биология предметтарын яратам. Синыфташтарым менән һәйбәт мөнәсәбәттәмен. Ғәҙеллекте яратам.

Арыҫлан атлы егетмен!Арыҫлан атлы егетмен!
Арыҫлан атлы егетмен!

Быйыл гимназиялағы “Йәш журналист” түңәрәгенә йөрөй башланым. Етәксебеҙ — Альмира Ғариф ҡыҙы Ибраһимова. Түңәрәк уҡыу йылы башында ғына эшләй башлаһа ла беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы.
Тиҙҙән “Аманат” журналы редакцияһы менән бәйләнешкә сығып, редакция хеҙмәткәрҙәре менән интернет аша осрашырға уйлайбыҙ. Был ваҡиғаны барыбыҙ ҙа түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
Бейергә яратам. “Алтынай” бейеү ансамблендә лә 1-се синыфтан яратып шөғөлләнәм. Бейегәндә күңелем асыла, йөрәгем елкенә. Конкурстарҙа беҙ тик Гран-при һәм беренсе урындарҙы ғына алабыҙ.
Данил, Данир, Камил исемле шәп ағайҙарым да бар минең. Данил ағайым хәҙер студент инде. Данир ағайым 10-се синыфта уҡый, мәктәп сараларының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы.
Камил ағайым да “Берғамыт” бейеү ансамблендә бейеп йөрөй. Ул бейеүсе генә түгел, шиғыр һөйләү конкурстары еңеүсеһе лә. Былтырғы уҡыу йылында М. Кәримдең «Сала­уат» трагедияһынан милли батырыбыҙҙың монологын һөйләп, республика кимәлендәге конкурстар еңеүсеһе булды хатта.
“Байыҡ” Республика телевизион конкурсында ла еңеп ҡайттыҡ беҙ. Өфөлә үткәрелгән “Дуҫлыҡ биҙәктәре” бәйгеһендә 1-се урынды яуланыҡ.
Өйҙә әсәйемә лә ярҙам итергә тырышам, һеңлекәшем Алтынай менән уйнап та алам. Уны бөтөнөбөҙ ҙә бик ныҡ яратабыҙ.

Автор:
Читайте нас