+24 °С
Дождь
Хат-хәбәр
14 Февраля 2025, 08:56

Салауат кеүек батыр булғым килә...

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев — минең күптәнге кумирым. Әммә уның образын сәхнәлә кәүҙәләндереү бәхете миңә эләгер тип уйлағаным да юҡ ине.

Салауат кеүек батыр булғым килә...Салауат кеүек батыр булғым килә...
Салауат кеүек батыр булғым килә...

Гимназиябыҙҙа “Салауат батыр” спектаклендә башта миңә Ҡарағош ролен биргәндәр ине, аҙаҡ синыфташым ауырып китеү сәбәпле, төп роль миңә күсте. Шулай итеп, егерме көн әҙерләнгәндән һуң, ҡала сәхнәһендә Башҡортостандың символына әйләнгән батырҙы уйнаным.
Төп ролде уйнау бәхете өҫтөнә республикабыҙҙың тарихын да өйрәнеү миңә дәрестәрҙә лә бик ҙур ярҙам итә. Пугачев ихтилалы, Екатерина батшабикә, айырыуса, Салауаттың ҡылысы тураһындағы яңы белем алыуыма мин дә, ата-әсәйем дә бик шат.
Тағы ла, “Илгиҙәрҙәр” театр студияһы коллективында яңы дуҫтар табыуым менән бер башҡа үҫкәндәй булдым. Уҡытыусым Гөлсәсәк Арыҫлан ҡыҙына рәхмәтем ҙур!

Эмиль Мостафин,
Нефтекама ҡалаһы Башҡорт гимназия-интернатының кадет синыфы уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас