-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
21 Февраль , 10:30

Ағайым менән ғорурланам!

Ғинуар айында Торатау итәгендә “Ылаҡ” исемле ат ярышы булды. Был ярышта ҡатнашҡан минең ике туған ағайым Илмир Ғилуанов 2-се дәрәжәлә диплом менән бүләкләнде.

Ағайым менән ғорурланам!
Ағайым менән ғорурланам!

Ул да мин уҡыған Башҡорт гимназия-интернатында белем алды. Уның бала саҡтан табип булыу хыялы бар ине. Шуға ла күңеленә оҡшаған һөнәргә эйә булыу өсөн ағайым әле Стәрлетамаҡ ҡалаһында фельдшерлыҡҡа уҡып йөрөй.
Илмир ағайым бәләкәстән аттарҙы яратты. Алты йәшендә үк һыбай йөрөргә өйрәнгән. Олатайым да, ағайымдың атаһы ла — мал йәнле кешеләр, күпләп ат үрсетәләр.
Минең шундай шәп һәм булдыҡлы ағайым булыуы менән бик тә ғорурланам.

Русалина Дәүләтҡолова,
Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: