8-се “К” кадет синыфы 2021 йылда Хәүефһеҙлек хеҙмәте йүнәлешендә асылды, ә бер йылдан Шайморатовсылар синыфына уҡыусылар килде. Гимназияла кадеттарҙы иң көслө, иң әүҙем уҡыусылар, тип әйтә алам. Ни өсөн тигәндә, башҡа предметттарҙан тыш беҙ спорт, хәрби әҙерлек, шулай уҡ шахмат, шашка, бейеү буйынса ла дәрестәр алабыҙ.
Яңыраҡ Мәскәү ҡалаһында самбо буйынса ярышта еңеп ҡайтҡан командала синыфташтарым Ренал Хужәхмәтов, Әмир Ғәлиханов күптәребеҙ өсөн өлгө булып тора.
Ноябрь айында Шайморатовсылар (7-се “К” кадет синыфы), республика бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урын яуланы. Рәсәй геройы Миңлеғәли Шайморатов һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған викторинала Данил Нәбиев 1-се урынға лайыҡ булды.
Кадеттар бер ерҙә лә һынатмай. Бик күптәребеҙ Йәштәр һәм балаларҙың “Беренселәр хәрәкәте” тип аталған ойошмаһында шөғөлләнә. Былтыр Өфөлә үткән “Хәрәкәт лидеры” республика конкурсында Әмир Ғәлиханов “Ватанға хеҙмәт итәм” номинацияһында еңеүсе булды.
Шулай итеп, Башҡорт гимназияһы кадеттары ата-олатайҙарыбыҙҙың тарихи традицияларын дауам итә.
Алан Адыев,
Нефтекама ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, гимназия президенты.