-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
22 Март , 15:45

Һыуҙы һаҡлайыҡ!

22 мартта Бөтә донъя һыу көнө билдәләнде.

Һыуҙы һаҡлайыҡ!
Һыуҙы һаҡлайыҡ!

Был көн Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы тарафынан 1993 йылда билдәләнә башлай. Уны үткәреү тәҡдиме 1992 йылда Рио-де-Жанейрола БМО- ның тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса конференцияһында яңғырай.
Һыу көнөн билдәләүҙең маҡсаты – йәмғиәттең иғтибарын сөсө һыуҙың йәшәү сығанағы булыуына һәм уны һаҡлауҙың мөһимлегенә туплау.
Беҙҙең Ер йөҙөнөң 71 проценты һыуҙан тора! Ә шуның 97,5 процентын биш океан һәм күп һанлы диңгеҙҙәр тәшкил итә. Тоҙло диңгеҙ һыуы эсергә яраҡһыҙ.
Йылғалар, күлдәр, шишмәләр һәм ер аҫты һыу­ҙары төп сөсө һыу сығанағы булып тора, әммә сөсө һыуҙың да ни бары 1 проценты ғына эсергә яраҡлы.
Кеше организмы ла 55-65 процентҡа һыуҙан тора. Һыу организмдағы бөтә процестарҙа мөһим урын биләй.
Әгәр Ерҙә һыу бөтһә, шунда уҡ ҡоролоҡ һәм үлем башланыр ине, тип уйлайым. Өлкән кеше һыуһыҙ 1-2 көндән 8-10 көнгә тиклем генә йәшәй ала. Ерҙә тереклек яҙмышы тирә-яҡ мөхит шарттарына ныҡлы бәйләнгән.
Шуға күрә һыуҙы һаҡларға кәрәк, йылғалар, күлдәр буйына сүп-сар ташларға, унда машиналарҙы йыуырға ярамай, сөнки һыуға бензин, май эләгә, шул арҡала балыҡтар һәм ер-һыу ҡоштары һәләк була.
Мин һыуҙы һаҡсыл тотонорға тырышам, һауыт-­һаба йыуғанда һыуҙы табаҡҡа ҡойоп алам да кранды ябып торам. Ғаиләбеҙ менән һыу буйына ял итергә барғанда кеше ҡалдырған сүп-сарҙы йыйып сүп контейнерҙарына һалабыҙ.
Һыуҙы һаҡлағыҙ, һыу барыбыҙға ла тормош бирә.

Аиша ИҪӘНҒОЛОВА,
Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.

 

"Беҙҙең Планета!" Данис Йәлилов. Ауырғазы районының Талбазы ауылы.

Автор:
Читайте нас: