"Йондоҙло" балалар баҡсаһында был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирелә. Тәрбиәселәр, педагогтар тематик дәрестәр, һөйләшеүҙәр, әңгәмәләр, уйындар ойоштора.
Барлыҡ төркөмдә лә "Хәүефһеҙ бала саҡ" мөйөшө бар: китаптар, өҫтәл уйындары, сюжетлы һүрәттәр, юл макеттары, тематик папкалар урын алған. Унда балалар сюжетлы-ролде уйындар уйнай, төрлө көтөлмәгән хәлдән сығыу юлын эҙләй, бәхәсләшә, бер фекергә килергә өйрәнә.
Күптән түгел республикалы "Иғтибар – балалар!" тигән иҫкәртеү акцияһы үтте. Шул уңайҙан балалар менән урындағы ДОСААФ-ҡа экскурсияға барҙыҡ. Педагог-инструктор Бәхтиев Р. И. менән юл инспекторы Байбулов З. З. ҡыҙҙарға һәм малайҙарға юл ҡағиҙәләрен һөйләне, балаларға төрлө һорауҙар бирҙе, бергәләшеп юл хәүефһеҙлеге ҡәғиҙәләрен ҡабатланылар, нығыттылар. Балалар полиция машинаһын яҡындан күрҙе.
Оло тормош юлына аяҡ баҫҡанда балалар баҡсаһында алған тәүге хәүефһеҙлек һабаҡтарын ҡыҙҙар һәм малайҙар онотмаҫ, тип ышанғы килә.
Резедә МӨХӘМӘТШИНА,
Баймаҡ ҡалаһы "Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.