Ике отрядҡа бүленеп, үҙебеҙгә исем, девиз, йыр һайланыҡ. Бер отряд — "Аманат", ә икенсеһе "Йәншишмә" тип атала.
Был исемдәрҙе беҙ үҙебеҙ һайланыҡ, сөнки улар — беренсенән, беҙҙең яратҡан милли баҫмаларыбыҙҙың атамаһы, икенсенән, икеһе лә тәрән мәғәнәгә эйә һүҙҙәр.
Беҙгә лагерҙа бик күңелле. Ваҡыт төрлө уйындар, экскурсиялар менән тиҙ генә үтә лә китә.
Ике отряд, бер-береһе менән сәмләнеп ярыша-ярыша, ял итә.
Район музейына барып, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған күңелле уйындар уйнап ҡайттыҡ. Һабантуйҙа ла ҡатнаштыҡ. Саф һауала көн дә иртән күнекмәләр яһайбыҙ, спорт уйындары уйнайбыҙ.
Вожатыйҙар ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, конкурстар уҙғара. "Урал батыр" эпосын өйрәнәбеҙ. Отрядтарҙың девиздары ла башҡорт халыҡ эпосынан алынды.
Шулай, "Аманат"лы һәм "Йәншишмә"ле балалар беҙ!
Данис Йәлилов,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.