Ҡартатайым 1942 йылда фронтҡа китә. Һуғыш ваҡытында 1944 йылдағы батырлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн” (“За отвагу”) миҙалы менән наградлана. Әммә Дуҫғәли ҡартатайым Берлинғаса барып етә алмай, сөнки уны Германияға ҡаршы һуғыш бөтмәҫ борон уҡ илебеҙҙең көнсығышына Японға ҡаршы һуғышҡа ебәрәләр.
Һуғыш бөткәс, ҡартәсәй менән алты бала үҫтерәләр. Һәр береһенә матур тәрбиә бирәләр.Уларға тормошто яратырға, тыуған ереңде ҡәҙерләргә өйрәтәләр.
Мин ҡартатайым менән ғорурланам!
Айгүзәл ВӘЛИЕВА,
Сибай ҡалаһы.
(Мәҡәләне яҙырға әсәйем Таңсулпан Вәлиева ярҙам итте.)