Боронғо заманда, өләсәйемдең һөйләүе буйынса, Табын ауылы Мейәс йылғаһы буйында ултырған. Был ерҙәр әле лә бик йәмле. Ул ваҡытта аймаҡтар менән йәшәгәндәр. Мейәс йылғаһы һәр саҡ ташып аҡҡан булған, бына шуға күрә олатайҙар ауылды икенсе урынға күсергән. Ә элекке ултырған урынын уның “Иҫке йорт” тип атайҙар. Әлегә тиклем ул өйҙәрҙең урындары һаҡланған. Ауылдан йыраҡ түгел зыяраты бар. Уның таштары әле лә күренеп тора.
Ауыл тарихҡа бай. Өләсәйемдең әсәһе һөйләүе буйынса, беҙҙең ауыл аша Пугачев күтәрелешендә ҡатнашҡан ғәскәр уҙған. Бына шулар араһында Салауат Юлаев үҙе булған.
Дим Нәбиуллин,
Силәбе өлкәһе Сосновка районының Сиреүсе мәктәбе уҡыусыһы.