-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
7 Август , 13:25

Олатайым — батыр!

Мин үҙемдең олатайым менән ғорурланам!

Олатайым — батыр!
Олатайым — батыр!

Исеме уның Тимербәк Усманов. Ауырғазы районының йәмле Үтәймулла ауылында тыуып, бала сағы шунда үткән.
Оҙаҡ йылдар колхоздың ветврачы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Шулай булһа ла ул әле лә тик кенә тормай, Стәрлетамаҡ ҡалаһында бик яуаплы эштә эшләй, Башҡорт сода компания­һының хәүефһеҙлеген һаҡлай олатайым.
Яңыраҡ тағы ла бер маҡтауға лайыҡ эш эшләне олатайым: һауала осоп йөрөгән хәүефте күреп ҡалып, тиҙ арала тейешле ергә хәбәр итә. Ярҙам килгәнсе, иптәше менән бергә машиналарҙа барып, енә­йәтселәр торған ерҙе ҡамап ала. Шулай итеп, заводҡа янаған ҡот осҡос хәүефте иҫкәртә. Олатайымдың батырлығын ишеткән министр үҙе килә уны ҡотларға. Ҡулын ҡыҫып, рәхмәт һүҙҙәрен әйтә.
Бына шундай батыр йөрәкле олатайым бар минең! Мин дә уға оҡшарға тырышырам. Ҙурайғас, мин дә илебеҙ хәүефһеҙлеге һағында торормон!

Илназ УСманов,
Ауырғазы районының Үтәймулла мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: