"Йәйләү"ҙә бөтәбеҙ ҙә тик башҡорт телендә генә аралаштыҡ. Лагерҙа бөтә саралар ҙа башҡортса үтте. Күренекле кешеләр менән осрашыуҙар ойошторолдо.
Мин башҡорт бейеүе «Бишбармаҡ»ты бейенем, ырыуыбыҙҙағы егеттәр «Урал батыр» эпосын һөйләне, ҡурайҙа, гармунда уйнанылар. Ни тиһәң дә, лагерға төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, сараларҙа еңеүселәр килгәйне. Ҙур республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән булһаҡ та, беҙҙе башҡорт телен һөйөү берләштерҙе.
Бер бүлмәлә яҡшы ҡыҙҙар менән йәшәнем. Улар менән дуҫлашып китеүемә бик шатмын. Мин Илештән булһам, кемдер — Мәсетленән, ҡалғандар – Краснокама, Дыуан, Балтас, Дүртөйлө райондарынан. Әле лә ҡыҙҙар менән социаль селтәрҙәрҙә аралашабыҙ.
Беҙгә һөйөү һәм хәстәрлек биргән кәңәшселәргә тәрән рәхмәтемде белдерәм. Бигерәк тә смена мөдире Ғәзинур Рифҡәт улы Танһыҡҡужинға, етәкселәр Алтынай Тимербаева, Шәүрә Ҡотошева, Роксана Ниязғолова, Динар Тоҡомбәтов, Залина Алтынсурина, Ислам Хәлисов, Рузилә Арыҫланова, Әҙилә Хажибәковаға рәхмәтлемен.
Миңә лагерға барыу мөмкинлеге биргән Илеш районы мәғариф бүлегенә һәм мәғлүмәт-методика бүлеге етәксеһе Зинфира Саный ҡыҙы Минһажеваға ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым Фәнзилә Фаид ҡыҙы Камаловаға ла миңә ышанысы өсөн оло рәхмәт.
Лагерь хәтеремдә күңелле хәтирәләр ҡалдырҙы. Шуға күрә лә мин киләһе йәйҙе түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалам.
Азалия ФАЗДАЛОВА,
Илеш районының Үрге Йәркәй мәктәбе уҡыусыһы.