Дуҫтарым менән дә уйнап, әсәйемә лә ярҙам итеп өлгөрҙөм. Баҡсала, өй эштәрендә булыштым, ҡош-ҡорт, мал ҡараштым.
Ҡоштарҙы хайуандарҙы, йәнлектәрҙе яратмаған кеше юҡтыр тип уйлайым. Үҙем уларҙың барыһын да яратам.
Беҙ йорт ҡуяндарын тотабыҙ. Уларға көн дә үлән йолҡоп һалдым, һыуҙарын алыштырҙым, дүрт аяҡлы дуҫтарым менән уйнап рәхәтләндем. Беҙҙең ҡуяндар ҡулға өйрәнгән, кешенән ҡурҡмай, улар бик матур һәм аҡыллы.
Йәмилә МираҪова,
Белорет районы Манышты мәктәбе уҡыусыһы.