-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
16 Октябрь , 18:45

Өләсәйҙәр мәктәбе

Халыҡ уйындары юғалып бара, шуға балалар баҡсаһына өләсәйҙәрҙе ҡунаҡҡа саҡырырға булдыҡ. Өләсәйҙәр уйындарҙы иҫенә төшөрһөн, өйрәнһен, шунан ейәндәренә өйрәтһен, тинек.

Өләсәйҙәр мәктәбе
Өләсәйҙәр мәктәбе

Иркенләп уйнау өсөн мәҙәниәт һарайына юлландыҡ. Юлландыҡ тип әйтеүе генә инде, беҙ бер бинала урынлашҡанбыҙ, ишектәр генә башҡа.
Өләсәйҙәр үҙҙәре бала саҡта яратҡан уйындарын да әҙерләп килгәйне. Үҙебеҙ белгән уйындарҙан башланыҡ.
"Ҡап та һоп" уйынын, йәғни "Беҙ ун ике ҡыҙ инек" уйынын тик ҡыҙҙар, өләсәйҙәр, тәрбиәселәр уйнаныҡ, сөнки уның ҡыҙҙар уйыны икәнен беҙҙең малайҙар белә. Өсөнсө ҡат уйнай башлағас, ҡыҙыҡ күреп, малайҙарыбыҙ ҙа ҡушылды.
"Йәшерәм, йәшерәм яулығымды", "Аҡ тирәк, күк тирәк", "Үгеҙ йөҙөк", "Һаңғырау телефон" уйын­дарын да уйнаныҡ.
Өләсәйҙәргә өйгә эш бирҙек – үҙҙәренең бала саҡ уйындарын балалар менән ҡуша уйнаһын, өйрәтһендәр.
Беҙ, тәрбиәселәр Миләүшә Юныс ҡыҙы Баязитова, һәм мин, Рузалия Фәйзулла ҡыҙы, балаларға милли уйындарҙы һәр ваҡыт уйнатабыҙ, халыҡ йолалары менән даими таныштырып торабыҙ.
Халыҡ уйындарын уйнау, йәнле аралашыу сарабыҙҙы онотолмаҫлыҡ итте, кескәйҙәр күңеленә лә уйылып, һеңеп ҡалды.

Рузалия ҠАҺАРМАНОВА.
Бөрйән районы Яңы Усман ауылы.

Автор:
Читайте нас: