Өләсәйем һаулыҡ өсөн файҙалы булған хәләл ашамлыҡ ҡулланыуҙы өҫтөн күрә. Ҡурылған бойҙайҙы ҡул тирмәне менән тартып, талҡан эшләй. Бойҙай орлоҡтарын таҙартып, йыуып, табала ҡурып алған ваҡытта өләсәйемә ярҙам итергә тырышам. Беҙгә талҡандың файҙаһы тураһында ла һөйләне. Ысынлап та, талҡан ашаһаҡ, тиҙ генә асыҡтырмай, ауырып киткән осраҡтарҙа бер аҙ ғына талҡан ашап алһаң, хәл инеп китә.
Өләсәйемдең тағы ла яратҡан бер шөғөлө бар: ул дарыу үләндәре әҙерләй. Келәтендә ниндәй генә дарыу үләне юҡ! Үләндең һәр төрөн ҡушып, төрлө һауыттарға һалып, ул тәмле ҡатнашмалар әҙерләй. Ҡыш еткәс, шул үләндәрҙән хуш еҫле сәйҙәр эсәбеҙ. Шифалы сәйҙәр, самалап эсһәң, һаулыҡҡа нык килешә, тип әйтергә ярата өләсәйем.
Ул бәйләгән ойоҡбаш менән бейәләйҙе кейеү үҙе бер бәхет тип иҫәпләйем. Күҙ нурҙарын түгеп, күңелен һалып бәйләгән һәр әйберенән йылылыҡ бөркөлөп тора. Уға оҡшап, мин дә киләсәктә бәйләү серҙәрен нығыраҡ өйрәнергә теләйем.
Уның ниндәй генә гөлдәре юҡ тәҙрә төбөндә. Беҙ уларға һыу һибешәбеҙ, төптәрен йомшартабыҙ. Өләсәйемдең өйө таҙа һәм матур. Ул балаларын һәм ейән-ейәнсәрҙәрен хеҙмәтте яратырға һәм тормошта өлгөр, етеҙ булырға өйрәтә.
Әсәйем өйҙә булмағанда өләсәйем беҙҙе ҡараша. Ул беҙҙе һәр ваҡыт ҡайғыртып, хәстәрләп тора. Шуның өсөн дә һеңлем менән уны яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Киләсәктә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйем һиңә, ҡәҙерле өләсәйем!
Йәнгүзәл АСҠАРОВА,
Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусыһы.