-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
31 Октябрь , 12:00

Каникулымдың бер көнө Ҡыпсаҡта үтте

Һеңле-ҡустыларым, апайым менән каникулдың һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышабыҙ. Ярыша-ярыша китаптар уҡыйбыҙ, спорт менән шөғөлләнәбеҙ, атайым менән әсәйемә өй эштәрендә булышабыҙ. Бер көн әсәйем беҙҙе Әбделмәмбәт (Ҡыпсаҡ) мәктәбенә алып барҙы. Тау башында балҡып ултыра, үҙе ҙур, яҡты. Әсәйем, олатайым уҡыған мәктәп ул.

Каникулымдың бер көнө Ҡыпсаҡта үтте
Каникулымдың бер көнө Ҡыпсаҡта үтте

Ишек төбөндә шат йылмайып, һәр беребеҙгә ҡул биреп, физкультура уҡытыусыһы Боҫҡонов Зиннур Ғүмәр улы ҡаршы алды. Уҡыусы апай-ағайҙар менән телевизорҙан хоккей ҡарай ине улар. Ә беҙ инде туғандарым менән хоккейҙы үҙебеҙ уйнаныҡ, футбол да типтек, теннис та һуҡтыҡ, хатта бильярд төртөп ҡараныҡ. Шахмат менән шәшке уйыны ла ситтә ҡалманы.

Баҡтиһәң, Ҡыпсаҡ мәктәбе ауыл халҡы менән берлектә өҫтәл уйындары буйынса грант отҡан икән. Беҙ шунда рәхәтләнеп уйнаныҡ, ял иттек. Беҙҙән тыш ата-әсәләре менән бәләкәй генә балалар ҙа килгәйне.

Тиҙҙән бүләктәр менән турнирҙар үткәрәбеҙ тиҙәр әле ҡыпсаҡтар.
Бына шулай Ҡыпсаҡ мәктәбе, хатта каникулда ла буш тормай. Уҡытыусыларына, уҡыусыларына, ата-әсәләренә күңелле ял өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Киләсәктә лә яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ. Әсәйемдең тыуған мәктәбенә һәр ваҡыт килеп йөрөрбөҙ.


АЛТЫНБАЕВ Рамаҙан,

Бөрйән районы Байназар мәктәбенең

6-сы “А” синыфы уҡыусыһы.

Каникулымдың бер көнө Ҡыпсаҡта үтте
Каникулымдың бер көнө Ҡыпсаҡта үтте
Каникулымдың бер көнө Ҡыпсаҡта үтте
Каникулымдың бер көнө Ҡыпсаҡта үтте
Каникулымдың бер көнө Ҡыпсаҡта үтте
Каникулымдың бер көнө Ҡыпсаҡта үтте
Каникулымдың бер көнө Ҡыпсаҡта үтте
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: