-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
18 Ноябрь , 16:02

Байғаҙыла илһөйәрҙәр, "Аманат"ты яратыусылар йәшәй

Ҡыуаныслы хәбәрҙәр тейәп, яратҡан журналыбыҙҙан мәктәбебеҙгә ҡунаҡтар килеп төштө. «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашып, мини термопринтер отҡан Рәсүл Ҡурамшинға «Аманат» журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова бүләген тапшырҙы.

Байғаҙыла илһөйәрҙәр, "Аманат"ты яратыусылар йәшәй
Байғаҙыла илһөйәрҙәр, "Аманат"ты яратыусылар йәшәй

Ул уҡыусыларҙы журналдың йөкмәткеһе менән таныштырҙы, рубрикалары тураһында ентекле бәйән итте. Журналға бәйле һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән уҡыусылар иҫтәлекле бүләктәргә эйә булды.
«Әкиәти хозур тәбиғәтле Бөрйән ерендә тыуыуығыҙ менән һеҙ — иҫ киткес бәхетле балалар. Бындай матурлыҡ эсендә йәшәгән кешенең ижадты һөймәүе мөмкин түгел», — тине баш ҡала ҡунағы һәм уҡыусыларҙы журнал ойошторған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Бүләк отоу бәхете йылмайған егетебеҙ тураһында ентекләберәк һөйләп үтәйек. Рәсүл Ҡурамшин Байғаҙы мәктәбендә 7-се синыфта белем ала. Уның синыфташтары ла үҙе кеүек тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Мәктәп кимәлендә ойошторолған барлыҡ сараларҙың уртаһында ла — улар. Берҙәм, татыу, аҡыллы, тырыш уҡыусылар «Аманат» журналына синыфтары менән яҙылған!
Рәсүл күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Уның 9-сы синыфта уҡыған Сыңғыҙ ағаһы, балалар баҡсаһына йөрөүсе Рәсилә һәм Сулпан исемле ҡурсаҡтай һеңлеләре бар. Әлеге ваҡыт аталары Юлай Самат улы МХО-ла илгә хеҙмәт итә. Ҡаты яраланып, госпиталдә ятып сыға. Аяҡҡа баҫып, бөгөн илебеҙҙе ышаныслы һаҡлай.
Өйҙәге барлыҡ хужалыҡ эштәре — Рәсүл менән ағаһы иңендә. Унан тыш өләсәләренә лә ярҙам итеп өлгөрә тырыш егеттәр.
Рәсүл мәктәп һәм район кимәлендә үткән конкурс, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Спортты ярата, саңғы, көрәш буйынса ярыштарҙа мәктәп командаһы составында ҡатнаша. Техника менән мауыға, үҫкәс, механизатор йә фермер булырға хыяллана. Әлбиттә, әлеге ваҡытта Рәсүлдең, уның яҡындарының иң ҙур теләге — аталарының иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуы.
«Тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килһен, барлыҡ атай-ағайҙар үҙ ғаиләләренә имен-һау әйләнеп ҡайтһын!» — тигән теләктә ҡала Рәсүл.

Миләүшә Кәбирова,
Бөрйән районы Байғаҙы мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас: