Телһөйәр, рухлы һабаҡташтарым төрлө конкурстарҙа йыл һайын еңеүҙәр яулай.
Мәҫәлән, милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына арналған республика конкурсында — Зарина Ильясова, ә Мостай Кәрим әҫәрен һөйләү буйынса конкурста Милена Зарипова — еңеүсе, Дарина Зарипова 2-се дәрәжә Диплом, ә Шамил Кәримов Башҡортостан легендалары тураһында һөйләү бәйгеһендә еңеүсе булды.
Әйҙәгеҙ, тиҫтерҙәрем, милләттәштәр, һәр кемебеҙ үҙ телебеҙҙе үҫтереүҙә, һаҡлауҙа, яҡлауҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек: үҙ телебеҙҙә аралашайыҡ, уҡыйыҡ, яҙайыҡ!
Аделина Вәлитова,
Учалы районының Илсе мәктәбе уҡыусыһы.