-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
31 Декабрь 2025, 11:49

Өфөгә сәйәхәтебеҙ

Беҙ, Башҡортостан урта махсус музыка колледжының Сибай филиалы 4-се синыф уҡыусылары, Өфө ҡалаһына сәйәхәткә барҙыҡ. Уҡытыусыбыҙ Мәрйәм Кинйәбай ҡыҙы декабрь планына теркәп ҡуйғас, был көндө түҙемһеҙләнеп көтөп алдыҡ.

Өфөгә сәйәхәтебеҙ
Өфөгә сәйәхәтебеҙ

Сибай – Өфө тимер юлы ике ҡаланы тоташтыра, шуға беҙгә поезға билеттар  күптән алынып ҡуйылды. Сәйәхәтебеҙҙең төп маҡсаты – артабан белем серҙәренә өйрәтеүсе уҡыу йорто менән танышыу һәм тәүге һынау тотоу ине. Шуға күрә һәр кем үҙ һөнәре буйынса ентекле әҙерләнде, яратҡан музыка ҡоралында уйынын яҡшыртты.

Әсәйҙәребеҙ менән юлға сыҡтыҡ. Тәүләп поездабыҙ, уңайлы, йылы, бергәләп күңелле һөйләшеп барҙыҡ.

Иртәнге сәғәт алтыла беҙҙе Өфө вокзалы балҡып ҡаршы алды. Ҡала үҙәгенә автобуста юл алдыҡ. "Ҡунаҡһарай" туҡталышына килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Төп урам төрлө төҫтәр менән балҡый. "Ете ҡыҙ" фонтаны ҡышҡа матур итеп биҙәлгән. Мәшһүр башҡорт композиторы Заһир Исмәғилов һәйкәленә һуғылып китергә булдыҡ.

Өфөгә килеп, Шайморатов генерал майҙанын күрмәй ҡайтыу ҙа күңелде ҡырыр ине. Тәүге тапҡыр Шайморатов һәйкәлен күреп, һоҡланып торҙоҡ. Күмәкләп "Шайморатов генерал" йырын да йырланыҡ.
Майҙан янында урынлашҡан Өфө ҡалаһы урта махсус музыка колледжынан уҡытыусыбыҙ Ирек Радик улы ҡаршылап, таныштырырға, дәрестәргә саҡырҙы.
Ҡыҙыл матур йортҡа инеүгә, һәр кемебеҙҙе үҙ музыка ҡоралдары класына саҡырҙылар.
Матур йыһазландырылған яҡты бүлмәләр ҡаршы алды беҙҙе. Ә концерт залы иркен, акустикаһы яңғырап тора. Колледж уҡыусылары флейтала, фортепианола көйҙәр уйнап ишеттерҙе. Тынлы ҡоралдар уҡытыусыһы Гөлфиә Рәфис ҡыҙы асыҡ дәрес күрһәтте, беҙгә кәңәштәрен еткерҙе.
Миңә лә саксофонда уйнап күрһәтер ваҡыт етте. Сығышымды күренекле дирижер Сафуанов Фирғәт Фәсхетдин улы тыңланы, кәңәштәрен бирҙе.

Беҙҙе киләсәктә ошо йортта күрергә өмөт белдереп, саҡырып ҡалдылар.

Башҡортостан Милли музейына экскурсияға барҙыҡ. Ул үҙе бер донъя. Беҙҙе тарих, хайуандар донъяһы, башҡорт халҡының милли кейемдәре, йорт йыһаздары, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, Бөрйән бал ҡорто, "Урал батыр" эпосы күргәҙмәләре, Шайморатов генерал бүлмәһе көтә ине. "Шайморатов генерал" йырын музейҙа ла йырлап ишеттерҙек.

Иҫтәлеккә фотоға төшөп, күңелле кәйеф менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Был сәйәхәтебеҙ бик файҙалы булды.
Үҙебеҙ яратып уҡып йөрөгән Урта махсус музыка колледжының Сибай филиалына күңелдәре моң тулы, талантлы балаларҙы уҡырға саҡырабыҙ. Күп мөмкинлектәр асыла был уҡыу йортонда.

Ә беҙгә быйыл уҡыу йортобоҙ менән хушлашырға ваҡыт етә.

Белем биргән уҡытыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт, ә синыфташтарыма үҙ юлдарын табыуҙарын, яратҡан һөнәрҙәрендә уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләп ҡалам.

НУРҒӘЛИНА Нуризә,

4-се синыф уҡыусыһы.

Өфөгә сәйәхәтебеҙ
Өфөгә сәйәхәтебеҙ
Өфөгә сәйәхәтебеҙ
Өфөгә сәйәхәтебеҙ
Өфөгә сәйәхәтебеҙ
Өфөгә сәйәхәтебеҙ
Өфөгә сәйәхәтебеҙ
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас