-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
23 Ғинуар , 11:49

“Тәүге тамсылар”ҙың юлы ҙур даръяға илтә!

“Тәүге тамсылар” балалар театры беҙҙә күптәнән бирле эшләп килә. Төрлө яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен, сәхнәләштереп, мәктәп, ауыл сәхнәләрендә сығыш яһайбыҙ.

“Тәүге тамсылар”ҙың юлы ҙур даръяға илтә!
“Тәүге тамсылар”ҙың юлы ҙур даръяға илтә!

Райондашыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың “Үзбәк” пьесаһын сәхнәләштерҙек. Яҙыусының тыуған ауылы Ураҙҙа сығыш яһап, дипломдар, рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡайттыҡ.
Төп ролде Әбделхәмит Хоҙайғолов бик оҫта башҡарҙы. Ике туған Айназ, Байрас, Арыҫлан Хәлиловтар, Данил Таһиров, Илназ Туңғатаров, Илнур Фәттәхов, Әбделғәзиз Хоҙайғоловтар сәхнәлә ысын әртистәр кеүек сығыш яһаны.
Нәжиб Асанбаевтың “Һалдат әсәһе” спектаклендә мин дә төп ролде – әсәне башҡарҙым. Шуныһы ҡыуаныслы булды: сәхнәләге һәр сығышыбыҙ алҡыштарға күмелде. Әҙелина Вәлитова, ике туған Хәлиловтар, бер туған тамашасыны көлдөрөп тә алды, илатты ла. Был спектаклебеҙ Учалы телевидениеһы аша ла күрһәтелде.
Зәйнәб Биишеваның “Мөхәббәт” хикәйәһе буйынса ҡуйылған “Табип булып китәм” спектаклендә Дилә Әхмәҙиева, Әлиә Заһирова, Арыҫлан Хәлилов, Азалия Хәлилова, Әбделхәмит Хоҙайғоловтың сығышы, Учалы ҡала һәм район башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе ултырышында күрһәтелеп, юғары баһаға лайыҡ булды.
Ленинград блокадаһын хәтергә алыу көнөнә арнап, Сергей Алексеевтың “Буханка” хикәйә­һе буйынса сценарийҙы Азалия Хәлилова, Зарина Ильясова, Эвелина Мөхәмәтбаева сәхнәләштерҙе. Сығыштың шундай фәһемле, тетрән­дергес булыуы һәр кемдең йөрәгенә барып етте. Һәр тамашасы уны күҙ йәштәре аша ҡабул итте.
Шулай итеп, “Тәүге тамсылар” Учалы сәхнәләрен дер һелкетә. Туған башҡорт телебеҙҙә сығыш яһаусы тиҫтерҙәребеҙ араһынан сәхнә йондоҙҙары ла сығыр әле! Театрыбыҙ киләсәктә лә йәшәр, яңынан-яңы әҫәрҙәр менән тамашасыны һөйөндөрөр, тип өмөтләнәм.

Әлиә Заһирова,
Учалы районының Илсе мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас