+15 °С
Облачно
Хат-хәбәр
12 Февраля , 06:45

Еңеү менән имен-аман ҡайт, яугир!

Еңеү менән имен-аман ҡайт, яугир!Еңеү менән имен-аман ҡайт, яугир!
Еңеү менән имен-аман ҡайт, яугир!

Мәктәп — икенсе йорт, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Беҙҙең Баймаҡ районы Түбә мәктәбен тамамлаусы махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙәребеҙ мәктәбебеҙгә уҡыусылар менән осрашыуға йыш килә. Шундай йылы осрашыуҙарҙың берәүһе тураһында һеҙгә хәбәр итмәксебеҙ.
Алмас исемле яугиребеҙ, 2014 йылда мәктәпте тамамлағас, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында һөнәр үҙләштереп, әрменән һуң вахта ысулы менән ситтә эшләй.
2022 йылда хәрби хеҙмәткә мобилизацияна һәм Ҡаҙан эргәһендә хәрби белемен камиллаштыра. "Скат" ҡушаматын ала. Яңы хасил булған "Айыуҙар" исемле уҡсылар полкына эләгә.
Гвардия сержанты Алмас Арыҫлан улы ҙур теләк менән уҡыусылар менән осрашыуға килде. Ул уҡыусыларға үҙенең МХО-лағы хеҙмәте тураһында мәғлүмәт бирҙе, төнөн квадрокоптер менән йән - яҡты һаҡта тота икән. Уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, "ҡошсоҡ" менән дә таныштырҙы.
Осрашыуҙы Беренселәр хәрәкәте ағзалары шиғырҙар менән биҙәне, "Башҡортостан егеттәре" йырын Йәш әрмеселәр менән бергә Беренселәр башҡарҙы. Яугиребеҙгә йыр хуш килде, сөнки А. Ғәҙелшин менән ҡунағыбыҙ шәхсән таныш булған икән.
Өс йылдан ашыу хеҙмәт арауығында ул "Шайморатов", "Суворов" һәм"Ҡыйыулыҡ өсөн" миҙалдарына лайыҡ булған.
Осрашыу аҙағында Алмас үҙенең квадрокоптерын уҡыусыларға мәктәптең спорт залында осороп күрһәтте. Уҡыусыларҙың күңеленә хуш килде был тамаша.
Фәһемле, тәрбиәүи, илһөйәрлек дәресе өсөн Рәхмәт һиңә, яугир! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ! Үҙеңде һаҡлап ҡына йөрө! МХО тиҙерәк тамамланып, иҫән-һау ҡайтыуыңды теләп ҡалабыҙ!

Гөлдәр ХӘлфина,
Баймаҡ районы Түбә мәктәбе директорының тәрбиәүи эш буйынса кәңәшсеһе.

Автор:
Читайте нас