

Дилә 2019 йылда Ынйы һәм Минтимер Саҙертдиновтар ғаиләһендә донъяға килә. "Бик иртә һөйләшә башланы, йәштә алты айҙан һүҙбәйләнештәр менән һөйләй ине инде", — ти әсәһе Дилә тураһында.
Өс йәштән Балалар сәнғәте үҙәгендәге вокал дәрестәренә йөрөй башлап, уҡытыусыһы Зифа Флүр ҡыҙы Фәтхуллина ярҙамында Нефтекама филармонияһында үткән республика конкурсында тәүге ҡатнашҡанда уҡ Дилә 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ була.
Артабан ул йыр буйынса бик күп бәйгеләрҙә, конкурстарҙа еңеүле урындар яулаған.
Әсәһе Ынйы апайға һорау бирәм:
— Дилә шундай талантлы ҡыҙ, матур йырлай, һеҙҙең ғаиләлә тағы берәйһе йырлаймы?
— Эйе, үҙем дә йырлайым, ә иптәшем гитарала уйнай.
Әле 6 йәшендә генә булған ҡыҙыҡай шундай моңло ғаиләлә үҫкән был ҡыҙыҡайҙы алда күпме хыялдар бәйгеләр көтә уны! Уңыштар һиңә, Дилә!
Азалия Фаздалова,
Илеш районы Үрге Йәркәй ауылының 4-се мәктәбе уҡыусыһы.