+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
20 Март , 13:45

Ҙур, татыу ғаиләм менән ғорурланам!

Мин туғыҙ балалы ғаиләлә иң кесеһемен. Беҙ — ике ҡыҙ, ете малай. Атай-әсәйемдең ейән-­ейәнсәрҙәре лә бар инде – алты малай, бер ҡыҙ.

Ҙур, татыу ғаиләм менән ғорурланам!
Ҙур, татыу ғаиләм менән ғорурланам!

Атайым водитель булып эшләй. Ул беҙҙә спортҡа, музыкаға һөйөү тәрбиәләне. Әсәйебеҙ балалар баҡсаһында логопед булып эшләне. Әле “Өмөт нуры” фонды директоры.
Һигеҙенсе бала — ағайым Азамат – Ҡояш-малай булып тыуғас, уның кеүек балаларҙы һәр яҡлап үҫтереү, һаулығын нығытыу өсөн әсәйем Красноусолда үҫеш үҙәге булдырҙы. Төрлө проекттар эшләп, уларҙы яҡлап, еңеп сығып, тренажер, физкультура ҡорамалдары алды. Райондың һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалары үҙҙәренә тәғәйенләнгән үҙәктә үҫеш ала.
Фондтың үҙенең театры бар, балалар спектакль ҡуя. Йыр-моңға ла әүәҫтәр. Төрлө концерттарҙа ҡатнашалар. Үҙҙәренең костюмдары бар. Хатта Сочи ҡалаһында үткән Рәсәй кимәлендәге конкурста ҡатнашып, Азамат ағайым бейеү буйынса еңеүсе булып ҡайтты.
Атай-әсәйебеҙ балаларҙы бик ныҡ ярата. Йәйге каникулдарҙа күмәкләшеп йыл да диңгеҙ күрергә барабыҙ. Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт итәбеҙ. Йылға, күл буйҙарында һыу инергә яратабыҙ. Ҡышҡы каникулда коньки, саңғыла йөрөйбөҙ, бассейнда йөҙәбеҙ.
Ағайҙарым, апайҙарым минең өсөн — ғорурлыҡ, миҫал. Улар барыһы ла юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланы. Һәр береһе үҙ һөнәренең оҫтаһы. Матур ғаиләләре, яратҡан эштәре бар.
Иң оло Әлиә апайым — дизайнер-тегенсе. Фондта әсәйемә лә ярҙам итә. Тегеү цехында “Оҫта ҡулдар” түңәрәге алып бара. Ул ҡасаба ирекмәндәре менән етәкселек итә. Динле мосолман апайҙар менән бергәләшеп, фондта тәрбиәләнеүсе балалар махсус хәрби операциялағы, госпиталдәге яугирҙарға эске кейемдәр тегә, халыҡ медицинаһы рецептары буйынса шифалы майҙар эшләй, туҡмастар киҫеп, гуманитар ярҙам ебәреп тора.
МХО биләмәһендә хәрби бурысын үтәүсе Илшат ағайым минең өсөн — ҡыйыуҙарҙан-ҡыйыу яугир, батырҙарҙан-батыр һуғышсы! Беҙ барыбыҙ ҙа яугирҙәрҙең Тыуған илебеҙгә Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ!
Өйрәтелгән аттарыбыҙ күп. Уларҙа күберәк, иппотерапия ярҙамы булһын өсөн, фонд балалары йөрөй.
Ағайҙарым буш ваҡыттарында, атайыбыҙға оҡшап, төҙөлөш менән булышырға ярата. Ҡулдары оҫта уларҙың.
Ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнәбеҙ. Мал-тыуар, ҡош-ҡортто күпләп тотабыҙ. Йәй көнө күмәкләшеп бесән сабыу иң күңелле мәлдәр булып хәтерҙә ҡала. Наҙлы бал ҡортон тәрбиәләү, бал һурҙырыу үҙе бер оҫталыҡ талап итә. Был эштәрҙең барыһын да атайыбыҙ етәкселегендә эшләйбеҙ. Эштәрҙе күмәкләп, берҙәм эшләгәс, тиҙ эшләнә икән.
Өй янында башҡортса милли стилдә биҙәлгән ҙур тирмәбеҙ тора. Был — беҙҙең иң яратҡан ял итеү урыны. Йәйге кистәрҙә беҙ унда, баллап, төрлө үләндәрҙән яһалған сәй эсеп ултырырға яратабыҙ. Йорт тирәһе күңелле тауыштарҙан гөрләп тора.
Ҙур, татыу, берҙәм ғаиләлә атай-әсәйем, ағай-­апайҙарым, туғандарым терәк-таянысында иғти­бар­ға һәм һөйөүгә сорналып үҫеүем менән ифрат бәхетлемен! Үҫкәс, мин дә ҙур ғаилә башлығы буласаҡмын.

Мираҫбай ТабЫлдин,
Ғафури районы Красноусол ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас