+29 °С
Облачно
Хат-хәбәр
14 Апреля , 09:50

Мин бәхетле ғаиләлә йәшәйем!

Мин бәхетле ғаиләлә йәшәйем!Мин бәхетле ғаиләлә йәшәйем!
Мин бәхетле ғаиләлә йәшәйем!

Беҙҙең ғаиләбеҙ тарихы бы­нан 11 йыл элек башланған. Алтын көҙҙөң йәмле бер көнөндә атайым һәм әсәйем гөрләтеп туй яһай.
Ғаиләлә иң тәүҙә мин – оло ул­дары Айназ, шунан туғанда­рым Ирназар менән Ихсан донъя­ға килә. Шулай итеп, мөхәббәт, йы­лылыҡ һәм хәстәрлек менән тулы ҙур ғаиләбеҙ барлыҡҡа килә.
Әле беҙ Ауырғазы районының Талбазы ауылында йәшәйбеҙ. Атайым — район мәҙәниәт һарайында режиссер булып, әсәйем стоматология клиникаһында администратор булып эшләй. Беҙ Ирназар туғаным менән Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназия­һында уҡыйбыҙ, Ихсан туғаныбыҙ балалар баҡсаһына йөрөй.
Беҙ уҡыуҙан буш ваҡытта төрлө түңәрәктәрҙә йөрөйбөҙ, бигерәк тә ҡурай, футбол, көрәш секциялары бик оҡшай.
Ял көндәребеҙҙе тыуған ауылыбыҙ Мораҙымда уҙғарабыҙ. йәй көнө ишек алдында рәхәтләнеп футбол уйнайбыҙ, ҡыш көндө ҡар һындар яһайбыҙ, тауҙан шыуабыҙ.
Беҙҙең ғаиләбеҙ бик татыу һәм берҙәм. Мин ғаиләбеҙҙе бик яратам һәм үҙемде бик бәхетле тип һанайым.

Айназ ВӘЛИТОВ,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас