+29 °С
Облачно
Хат-хәбәр
17 Апреля , 11:45

Изге айҙа — изге ғәмәл

Изге айҙа — изге ғәмәлИзге айҙа — изге ғәмәл
Изге айҙа — изге ғәмәл

Өфө ҡалаһының Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһында математика, физика һәм информатика аҙналығы сиктәрендә математика уҡытыусыбыҙ Айрат Фәруҡ улы Мостафин шашка ярышы үткәрҙе.
Турнирҙа 1-9-се синыф уҡыусы­лары ҡатнашты. Беренсе көндә — 1-4-се, икенсе көндә — 5-7-се, өсөн­сө көндә 8-11-се синыфтар көс һынашты. Һәм көтөп алған дүртенсе көндә 1-се, 2-се, 3-сө урын алыусылар үҙ-­ара ярышырға һәм абсолют еңеү­сене билдәләргә йыйылды. Уйын бик ҡыҙыу барҙы. Шулай итеп, шашка турнирының абсолют еңеүсеһе исеменә 6-сы "В" синыфы уҡыусыһы Илһам Әйүпов лайыҡ булды. Ул барлыҡ ҡатнашыусыларҙы еңеп сыҡты, хатта үҙенән ҙур синыфта уҡыусыларға ла бирешеп торманы.
Айрат Фәруҡ улы, ҙур еңеүе менән ҡотлап, Илһамға кубок, миҙал һәм грамота тапшырҙы. Шулай уҡ башҡа финалсылар ҙа грамота һәм миҙал менән бүләкләнде. Беҙ ҙә Илһамды еңеүе менән ҡотлайбыҙ, уға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
"Был юлы гимназиябыҙ кимәлендә генә үтһә, был турнирҙы икенсе юлы район кимәлендә, хатта ҡала кимәлендә үткәрергә тигән маҡсатыбыҙ бар" — тине Айрат Фәруҡ улы.
Әйткәндәй, ярышты ойоштороусы ла, финанслаусы ла ул үҙе булған Айрат Фәруҡ улына рәхмәт әйтәбеҙ. Изге Рамаҙан айында эшләгән изгелегегеҙ үҙегеҙгә лә әйләнеп ҡайһын, Аллаһ бойорһа!

Азалия Көмөшбаева,
Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас