+9 °С
Ясна
Хат-хәбәр
13 Май , 08:45

Олатайым еңеүселәр быуынынан!

Олатайыбыҙ Әбделвәли Ғәли­улла улы Ғәлиуллин 1908 йылдың 23 февралендә Белорет районының Шығай ауылында тыуған.

Олатайым еңеүселәр быуынынан!Олатайым еңеүселәр быуынынан!
Олатайым еңеүселәр быуынынан!

1931 йылда уҡытыусылар әҙер­ләү курсын тамамлағас, Белорет районының Хөсәйен мәктәбенә эшкә ебәрелә. Рысыҡай, Үткәл һәм Манышты ауылдарында ла уҡытырға тура килә уға.
1933 йылда, алдынғы уҡытыусылар булараҡ Мәскәүгә конференцияға бара. 1941 йылда Сермән педагогия училищеһын ситтән тороп тамамлай.
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йылда армияға алына. Фронтҡа ул пулеметсы булып инә.
Әбделвәли олатайыбыҙ хеҙмәт иткән дивизия, Балтик буйы илдәрен фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашып, 1944 йылдың 17 октябрендә Германия сиген үтеп инә.
4 ноябрҙә Кенигсберг ҡалаһы янында уның пушка расчеты 5 танкыны юҡ итә. Был алыш өсөн ул “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. Әммә шунда ул ҡаты яралана һәм Әбделвәли олатайыбыҙ, бер аяғын һуғышта ҡалдырып, тыуған ауылына ҡайтып төшә. 1945 йылдан алып мәктәптә уҡытыу эшен башлай.
Әбделвәли олатайым менән Мәрғүбә өләсәйем ете бала тәрбиәләп үҫтергәндәр (һуғышҡа алынған мәлендә өләсәйем өс бала менән уны оҙатып ҡалған булған). 65 йыл татыу ғүмер иткәндәр. Олатайыбыҙ 91 йәшендә вафат булған.
Мин үҙемдең олатайым менән ныҡ ғорурланам. Улар Тыуған илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн көрәшкән быуын. Ундай батыр яугирҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ!

Рәхимйән Ғәлиуллин,
Белорет районының Шығай мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас