

Ун ете йәше тулғас та һуғышҡа китә, 1942 йылда ике ай буйына Тоцк ҡалаһында хәрби әҙерлек курсы үтә. Унан һуң Ленинград фронтына ебәрелә. Разведка батальонында алышырға тура килә.
Башы ҡаты яраланып, йыл ярым госпиталдә дауаланғас, ҡабаттан фронтҡа китә. Үҙенең дивизияһын ҡыуып етә.
1943 йылда Ленинград ҡалаһын обороналауҙа ҡатнаша. Уға өлкән сержант дәрәжәһе бирәләр, миҙалдар менән бүләкләнә.
1944 йылға тиклем ул мотоуҡсылар ротаһында һуғыша. Икенсе Украина фронтында оҫта разведчик булып таныла.
1944 йылдың март айында тағы яралана. Үкенескә күрә, һул аяғын ҡырҡалар, бик оҙаҡ госпиталдә ята. Тик 1945 йылда ғына тыуған яғына ҡайтып төшә.
Һуғыштан һуң бик оҙаҡ йылдар "Заря" колхозында эшләй. Олатайым бик эшсән, тырыш булған. Бер ниндәй ауырлыҡтан да ҡурҡып тормаған. 74 йәшкә тиклем йәшәгән.
Беҙгә матур, тыныс тормош бүләк иткәндәре өсөн ҡарт олатайымдың быуынына, ветерандарға хөрмәт менән ҡарайым!
Зилиә Хажина,
Белорет районының Шығай мәктәбе уҡыусыһы.