+20 °С
Облачно
Хат-хәбәр
8 Июля , 11:12

8 ИЮЛЬ – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ. Ғаиләмә тәүге бүләгем

Хәйерле көн хөрмәтле “Аманат” журналы хеҙмәткәрҙәре! Ғаиләм менән ғорурланып, бөгөнгө байрамда нисек беренсе ҙур бүләк отоуом тураһында яҙғым килә.

8 ИЮЛЬ – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ. Ғаиләмә тәүге бүләгем8 ИЮЛЬ – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ. Ғаиләмә тәүге бүләгем
8 ИЮЛЬ – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ. Ғаиләмә тәүге бүләгем

Ғаиләм менән ғорурланып, бөгөнгө байрамда нисек беренсе ҙур бүләк отоуом тураһында яҙғым килә.

Беҙгә «Өйҙә – Сделано Дома» конкурсы тураһында уҡытыусыбыҙ Әлфирә Йәмил ҡыҙы хәбәр итте. «Әйҙәгеҙ, ҡатнашабыҙ! Ғаиләгеҙ матур, һеҙ еңәсәкһегеҙ!» – тип дәртләндереп, көс-ҡеүәт биреп, мине ҡанатландырып , мин ғаиләмде ҡанатландырып ебәргәс, ҡатнашырға булдыҡ.

Ғинуар айы ине. Атайыбыҙ Себерҙә вахта ысулы менән эшләгәнлектән, беҙ ул өйҙә саҡта уҡ, ғинуарҙа, ғаиләбеҙ менән видео төшөрә башланыҡ. Видеороликты әҙерләп,  “Тамыр” каналына ебәрҙек. Күп тә үтмәй: «Һеҙ икенсе турға үттегеҙ», –  тип хәбәр иттеләр. Бик шатландыҡ!

Еңеп сығыр өсөн бик тырыштыҡ. Әммә иң ҡатмарлыһы сәхнәлә түгел, ә тауыш биреү ваҡытында булды, сөнки икенсе тур тауыш биреүҙән тора ине. Беҙҙең өсөн һәр тауыш алтынға тиң ине, һандарға өрөп-өрөп кенә ҡарап торҙоҡ.

Оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ:
- туғандарыбыҙға – конкурсты тәүге секундтарҙан уҡ таратып, «беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ» тип ҡысҡырып белдергәндәре өсөн;
- дуҫтарыбыҙға – тауыш биреп, «беҙ һеҙҙең яҡта» тип яҙғандары өсөн;
- синыфташтарға һәм уларҙың ата-әсәләренә – бөтә мәктәп беҙҙең менән бергә йәшәгәне өсөн;
- уҡытыусыларға – мине изгелеккә өйрәткәндәре өсөн;
- синыфташтарыма – «тауыш бирегеҙ» тип иҫкәрткәндә үҙҙәре лә ярҙам итеп таратҡандары өсөн;
- бөтөнләй күрмәгән-белмәгән кешеләргә, таныштарҙың таныштарына. Һеҙ үтенесте күреп, яуап бирҙегеҙ барығыҙ ҙа!

Айырыуса уҡытыусым Әлфирә Йәмил ҡыҙына, Рәмил Фәйзи улына һәм барлыҡ Республика лицей-интернаты уҡытыусыларына рәхмәт әйтке килә.

Бөгөн һәр кемдең үҙ мәшәҡәте күп. Шундай заманда яуап бирергә ваҡыт табыу – ҙур бәхет. Беҙ һөҙөмтәгә генә түгел, ә беҙҙең тирәләй йылы йөрәктәр ҡулсаһы хасил булыуына бик шатбыҙ. Барыһына ла һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ.

Халыҡ тауышы менән беҙ еңеү яуланыҡ. Беҙҙе ғаиләбеҙ менән Өфөгә, "Тамыр" каналына, ҙур байрам концертына саҡырҙылар һәм бик ҙур бүләк – телевизор тапшырҙылар.

Беҙ ошондай матур, ҡыҙыу конкурста ҡатнашҡаныбыҙға бик шатбыҙ. “Тамыр “каналына яңынан-яңы ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ. Беҙ һеҙҙе һәр саҡ яратып, ғаиләбеҙ менән ҡарап торасаҡбыҙ.

Бына ошолай ғаиләмә мин 12 йәшемдә беренсе бүләгемде бүләк иттем.
Ошо форсаттан файҙаланып мин бөгөнгө Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнө менән ғаиләмде ҡотлайым, ғаиләмде мин бик яратам, артабан да ошолай дуҫ, татыу йәшәргә насип итһен!

ӘХМӘТЙӘНОВА Алтынай,

Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты уҡыусыһы.

8 ИЮЛЬ – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ. Ғаиләмә тәүге бүләгем
8 ИЮЛЬ – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ. Ғаиләмә тәүге бүләгем
8 ИЮЛЬ – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ. Ғаиләмә тәүге бүләгем
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас