Хәйерле көн, дуҫтар!
Журналға яҙылыусылар араһында тағы ла уйын үткәрә башлағайныҡ. "Аҙна һайын бүләк!" тип аталған акцияның тәүге аҙнаһына йомғаҡ яһап, унда Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Әлфиә Фәйзуллинаның еңеүен иғлан итәбеҙ. Афарин, Әлфиә! Редакция менән бәйләнешкә инеп, журналыбыҙға яҙылыусылар өсөн әҙерләнгән приздарҙың береһен һайлап алырға хоҡуҡ бирелә һиңә.
“Аманат” журналына 2018 йылдың икенсе яртыһы өсөн яҙылған һәр кем ҡатнаша ала был акцияла - почтала бирелгән квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәреү йәки төркөмгә (https://vk.com/topic-41010454_32616782 һылтанмаһы буйынса) һалыу ғына шарт. Ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тоторға мөмкин: бүләк отоп ҡыуанырһығыҙ, журнал уҡып һөйөнөрһөгөҙ...