Хәйерле көн, дуҫтар!
Журналға яҙылыусылар араһында тағы ла уйын бара. "Аҙна һайын бүләк!" тип аталған акцияның сираттағы аҙнаһына йомғаҡ яһап, унда Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Ғәлина Эльвираның еңеүен иғлан итәбеҙ. Редакция менән бәйләнешкә инеп, журналыбыҙға яҙылыусылар өсөн әҙерләнгән приздарҙың береһен һайлап алырға хоҡуҡ бирелә һиңә.
Әйткәндәй, тәүге аҙна еңеүсеһе - Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Әлфиә Фәйзуллина - үҙенә матур стена сәғәттәренең береһен һайлап алды ла инде.
“Аманат” журналына 2018 йылдың икенсе яртыһы өсөн яҙылған һәр кем ҡатнаша ала был акцияла - почтала бирелгән квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәреү йәки төркөмгә (https://vk.com/topic-41010454_32616782 һылтанмаһы буйынса) һалыу ғына шарт. Ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тоторға мөмкин: бүләк отоп ҡыуанырһығыҙ, журнал уҡып һөйөнөрһөгөҙ...