+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Май 2018, 16:57

Тағы бер еңеүсе - Мөнирә Ғәзизова!

"Аҙна һайын бүләк!" акцияһының сираттағы аҙнаһына йомғаҡ яһағас, унда Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Мөнирә Ғәзизованы еңеүсе тип билдәләнек. Ул, редакция менән бәйләнешкә инеп, журналыбыҙға яҙылыусылар өсөн әҙерләнгән приздарҙың береһен һайлап алырға хоҡуҡлы.

Белеүегеҙсә, быға тиклем Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Әлфиә Фәйзуллина һәм Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Ғәлина Эльвира бүләктәр отҡайны.
“Аманат” журналына 2018 йылдың икенсе яртыһы өсөн яҙылған һәр кем ҡатнаша ала был акцияла - почтала бирелгән квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәреү йәки төркөмгә (https://vk.com/topic-41010454_32616782 һылтанмаһы буйынса) һалыу ғына шарт. Ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тоторға мөмкин: бүләк отоп ҡыуанырһығыҙ, журнал уҡып һөйөнөрһөгөҙ...
Киләһе ярты йыллыҡ өсөн “Аманат”ҡа почта аша яҙылыу хаҡы - 331 һум 92 тин.
Дүшәмбе һайын бер аҙналыҡҡа йомғаҡ яһала.
"АҘНА ҺАЙЫН БҮЛӘК!"ТЕҢ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕН ОШО ТӨРКӨМ АША ИҒЛАН ИТЕП БАРАБЫҘ.
Әгәр квитанцияғыҙ бар икән, ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ!
Ә инде булмаһа, ПОЧТА бүлексәһенә АШЫҒЫҒЫҘ!
P.S. Журналға бөтөн почта бүлексәләрендә лә, шулай уҡ RBSMI.RU сайты аша, аҡсаны электрон юл менән күсереп, яҙылырға мөмкин. Шул уҡ RBSMI.RU сайты уҡыусыларға журналдың электрон вариантын алдырыу мөмкинлеген тәҡдим итә.

Читайте нас: