+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Май 2018, 13:44

«Бәхетленең ҡунағы бер көндә!»

Шулай тип ҡаршыланы беҙҙе Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәүсе ҡартөләсәйем Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы Ғәзизова. Бөйөк Еңеү байрамы алдынан уға ҡыуаныстар өйөлөп килде: 9 Май айҡанлы төрлө тарафтан ҡотлауҙар, мәҙәниәт йортондағы тантанаға саҡырыу ҡағыҙы алыуы; “Аманат” журналы редакцияһының “Аҙна һайын – бүләк!” уйынынан бүләк отоуы; балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәләренең йыраҡтан ҡунаҡҡа ҡайтыуы...

Ҡартөләсәйем – тыл ветераны. Уға 90 йәш. “Аманат” журналының тиҫтере, тиһәң дә була. Оло йәштә булһа ла, һәр өлкәләге хәлдәр менән ҡыҙыҡһына. Телевизорҙан үҙенең яратҡан тапшырыуҙарын ҡарай. Аяттар, доғалар уҡый, дини китаптар ярата. Республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙың күбеһенә яҙыла. “Аманат” журналы редакцияһы үткәргән “Аҙна һайын – бүләк!” уйынында ҡатнашыу өсөн яңыраҡ почта квитанцияһын редакцияға ебәргән икән. Бүләге оҙаҡ көттөрмәне. Бөгөн өләсәйемдең шатлығы сикһеҙ.
– Үҫмер сағым ауыр һуғыш йылдарына тура килде. 14 йәшем тулыр-тулмаҫтан колхоз баҫыуында эшләнем. Хәтеремдә, дүрт ҡыҙ берәр гектар – дүрт йөҙ сутый – ер ҡаҙҙыҡ. Ҡатын-ҡыҙ, бала саға, ҡарт-ҡоро ғына тороп ҡалған ине ауылда. Ир-ат – һуғышта. Иң ауыр йөк тылдағылар иңендә ине шикелле. Ҡартолатайығыҙ беренсе төркөм инвалиды булып ҡайтты һуғыштан. Мин ғәрип, тип, өйҙә ултырманы. Илде аяҡҡа баҫтырырға кәрәк: ғүмер буйы колхода эшләне. Алдынғы ҡортсо булды, ҡулы оҫта ине. Ауылда мин белгәндән генә лә утыҙ йорт төҙөштө. Балалар үҫтерҙек. Ил иңенә төшкән ауырлыҡты бергә күтәрҙек. Тик яугир-ветерандарҙың күпселеге әлеге матур тормошто күрә алмай үлеп китте. Үҫмер саҡта бындай ҙа сағыу һүрәтле, һәр битен уҡып туйғыһыҙ журналдарҙы төштә лә күрмәй торғайныҡ. Хәҙерге заман балалары бик бәхетле. Аҡыл менән һуғарылған журналды ҡулға тотоп уҡыу – үҙе әйтеп бөткөһөҙ ҡыуаныс. Оло улым Дәүләтбай дүртенсе синыфта сағында (1955 йыл) ҙур-ҙур романдар уҡый ине. Шул мәлдәрҙән өйгә яҙылып алдыра башлағанбыҙҙыр “Пионер” журналын. Туғыҙ балам да мәктәпте тамамлап, таралғансы "Пионер"ҙы уҡыны. Почтальонды көтөп тора инеләр. Хәҙер "Аманат”ты бүлә-бүләсәләрем менән ҡушарлап уҡыйбыҙ, – тип һөйләне Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы.
Ысынлап та, ҡартөләсәйемдең һандыҡ төбөнән атайым тыуған 1989 йылда сыҡҡан “Пионер”ҙы табып алдым. Ҡартөләсәйемә – 90, “Аманат”ҡа 89 йәш. Икеһендә лә – ил тарихы. Кешелек тарихы. Ҡәҙерләйек. Ҡартөләсәйле-ҡартолатайлы, өләсәйле-олатайлы, "Аманат"лы булайыҡ! Уларҙан айырылыуҙан аралаһын Аллаһ Тәғәлә.



Элина Рәхмәтуллина,
Ғафури районының Красноусол 3-сө мәктәбе уҡыусыһы.

Читайте нас: