Белеүегеҙсә, быға тиклем Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Әлфиә Фәйзуллина, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Эльвира Ғәлина һәм Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Мөнирә Ғәзизова бүләктәр отҡайны.
“Аманат” журналына 2018 йылдың икенсе яртыһы өсөн яҙылған һәр кем ҡатнаша ала был акцияла - почтала бирелгән квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәреү йәки төркөмгә (https://vk.com/topic-41010454_32616782 һылтанмаһы буйынса) һалыу ғына шарт. Ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тоторға мөмкин: бүләк отоп ҡыуанырһығыҙ, журнал уҡып һөйөнөрһөгөҙ...
Киләһе ярты йыллыҡ өсөн “Аманат”ҡа почта аша яҙылыу хаҡы - 331 һум 92 тин (20 майға тиклем – 294 һум ғына).
Дүшәмбе һайын бер аҙналыҡҡа йомғаҡ яһала.
"АҘНА ҺАЙЫН БҮЛӘК!"ТЕҢ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕН ОШО ТӨРКӨМ АША ИҒЛАН ИТЕП БАРАБЫҘ.
Әгәр квитанцияғыҙ бар икән, ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ!
Ә инде булмаһа, ПОЧТА бүлексәһенә АШЫҒЫҒЫҘ!