Белеүегеҙсә, быға тиклем Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Әлфиә Фәйзуллина, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Эльвира Ғәлина, Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Мөнирә Ғәзизова һәм Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылынан Илнар Хәмитов бүләктәр отҡайны.
“Аманат” журналына 2018 йылдың икенсе яртыһы өсөн яҙылған һәр кем ҡатнаша ала был акцияла - почтала бирелгән квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәреү йәки төркөмгә (https://vk.com/topic-41010454_32616782 һылтанмаһы буйынса) һалыу ғына шарт. Ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тоторға мөмкин: бүләк отоп ҡыуанырһығыҙ, журнал уҡып һөйөнөрһөгөҙ...