Улар, редакция менән бәйләнешкә инеп, журналыбыҙға яҙылыусылар өсөн әҙерләнгән приздарҙың береһен һайлап алырға хоҡуҡлы.
Белеүегеҙсә, быға тиклем Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Әлфиә Фәйзуллина, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Эльвира Ғәлина, Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Мөнирә Ғәзизова, Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылынан Илнар Хәмитов, Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылынан Заһиҙә Рәжәпова, Баймаҡ районының Ярат ауылынан Вилүрә Әхмәтова һәм Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан Баязит Мәжитов бүләктәр отҡайны.
“Аманат” журналына 2018 йылдың икенсе яртыһы өсөн яҙылған һәр кем ҡатнаша ала был акцияла - почтала бирелгән квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәреү йәки төркөмгә (https://vk.com/topic-41010454_32616782 һылтанмаһы буйынса) һалыу ғына шарт. Ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тоторға мөмкин: бүләк отоп ҡыуанырһығыҙ, журнал уҡып һөйөнөрһөгөҙ...
Киләһе ярты йыллыҡ өсөн “Аманат”ҡа почта аша яҙылыу хаҡы - 331 һум 92 тин.
Дүшәмбе һайын бер аҙналыҡҡа йомғаҡ яһала.
"АҘНА ҺАЙЫН БҮЛӘК!"ТЕҢ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕН ОШО ТӨРКӨМ АША ИҒЛАН ИТЕП БАРАБЫҘ.
Әгәр квитанцияғыҙ бар икән, ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ!
Ә инде булмаһа, ПОЧТА бүлексәһенә АШЫҒЫҒЫҘ!