+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Ноябрь 2018, 04:54

"Алтын ҡурай" ҡәләм оҫталарын көтә

Халыҡ-ара асыҡ журналистар конкурсы Башҡортостандың һәм Мостай Кәримдең юбилейҙарына арнала

Киләһе йылда Башҡортостан Республикаһының бер быуатлыҡ юбилейы менән бергә халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу ҙа билдәләнәсәк. Тап шул уңайҙан “Алтын ҡурай” халыҡ-ара асыҡ журналистар конкурсы ойошторола.

Был сараның атамаһы осраҡлы ғына һайланмаған. Белеүегеҙсә, ҡурай республикабыҙҙың дәүләт символдарында ҡулланылған. Ул дуҫлыҡты, татыулыҡты һынландыра. Ете таж Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың берләшеүенә нигеҙ һалыусы ете ырыуҙы хәтергә төшөрә.

Әйткәндәй, конкурстың номинациялары ла етәү.

“Алтын ҡурай”ҙың сайтына һылтанма: http://zolotoykuray.ru

Читайте нас: