2019 йылдың 1 сентябренә республикалағы бөтә дөйөм белем биреү мәктәптәрендә лә бәҙрәф эстә урынлашырға тейеш. Был хаҡта бөгөн, 19 ноябрҙә, Хөкүмәт йортонда үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе.
- Республикалағы 1500 белем биреү ойошмаһы ауыл ерендә урынлашҡан. Быйыл ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн төбәк бюджетынан 28 млн һум аҡса бүленгән. 136 бәҙрәф мәктәп эсендә урын алған. Әлеге ваҡытта тағы ла 335 бәҙрәфте шулай урынлаштырырға кәрәк, - тине БР-ҙың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова. - Әлшәй, Илеш, Саҡмағош, Кушнаренко, Мәләүез райондарында был йәһәттән эш яҡшы ҡуйылған. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар һаулығына күп райондарҙа күҙ йомоп ҡарайҙар. Атап әйткәндә, Асҡын, Архангел, Балаҡатай, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Йылайыр, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла кеүек райондар йүнәтеү эштәрен тейешенсә үтәп еткермәй. Шуға ла беҙ хакимиәт башлыҡтарына проект-смета документтарын әҙерләп, киләһе йыл башланғанға тиклем дәүләт экспертизаһын үтеүҙе һораныҡ, сөнки республика Хөкүмәте был мәсьәләне хәл итеүгә 167,5 млн һум аҡса бүләсәк.