11 ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә балалар араһында уҙғарылған матурлыҡ конкурсының финалы булды. Иң лайыҡлыһы тип Туймазы ҡалаһынан Милена Ғиниәтуллина табылды.
Балалар араһындағы матурлыҡ конкурсы республикала дүртенсе тапҡыр ойошторола. Унда 6-нан 13 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша.
Конкурста ҡатнашыусылар бүләктәр, дипломдар алып ҡыуанды. Еңеүселәр Рәсәй кимәлендәге ярышта республика намыҫын яҡлаясаҡ.