+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Ноябрь 2018, 00:11

Рушана "Нокауттар"ға әҙер

Ауырғазынан Рушана Вәлиева "Голос"тың тағы бер һынауын үтте!

Ауырғазы районының Талбазы ауылынан 19 йәшлек Рушана Вәлиева «Голос. Перезагрузка» шоуының сираттағы һынауын уңышлы үтте. Уның остазы Сергей Шнуров, Санкт-Петербургтан Сергей Муштаны көсһөҙөрәк тип һанап, яҡташыбыҙҙы алға үткәрҙе.

Константин Меладзеның әйтеүенсә, Вәлиева менән Муштаны "Евровидение"ға ебәрһәң, улар был халыҡ-ара конкурста һис шикһеҙ еңер ине.

Рушана ҡатнашҡан әлеге ярыш "Беренсе канал"да 23 ноябрҙә күрһәтелде. Йырсы ҡыҙҙы алда "Нокауттар" тип аталған яңы һынау көтә.
Читайте нас: