+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Ғинуар 2019, 02:20

Велосипед – Илнар Усмановта!

Төп бүләкте Әбделмәмбәт егетенең отоуы һис тә ғәжәп түгел

Журналыбыҙға яҙылыусылар араһында был юлы велосипед та уйнатҡайныҡ. “Аманат”ты уҡыусыларға таман ғына булған шундай матур, 23 тиҙлекле “тимер ат”тың кемгә эләгере йөҙҙәрсә тиҫтерегеҙ өсөн йыл аҙағынаса күңелен ҡытыҡлап торған төп һорауҙарҙың береһе ине.

Редакцияға квитанция күсермәләре һәм яҙылыусылар тарафынан тултырылған купондар бик күп килде. Беҙҙең өсөн һәр дуҫыбыҙ ҡәҙерле, велосипедты кемеһе отһа ла, ҡыуанысыбыҙ ихлас булыр ине. Шулай ҙа араларынан иң даланлыһы Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбенән 4-се синыф уҡыусыһы Илнар Усманов икән!

Әйткәндәй, әбделмәмбәттәр элеккесә, 2019 йылдың беренсе яртыһына тотош мәктәп менән тиерлек яҙылып, “Яҙыл да бүләк от!” акцияһында дәррәү ҡатнашҡайны. Иң күп купондар нәҡ уларҙан килде. Тимәк, уңыштың улар иҫәбенән берәүгә йылмайыуын ғәжәп хәл тип атарлыҡ та түгелдер.

Бүләкте эйәһенә, ауылына алып барып, бөтөн мәктәп алдында тапшырҙыҡ. Илнарҙарҙың ғаиләһендә биш бала үҫә икән. Барыһы ла һәләтле, әүҙем, тырыш. Велосипед отоу ваҡиғаһы Усмановтарҙың рухи ҡанаттарына көс өҫтәр, уларҙы яңынан-яңы үрҙәргә дәртләндерер, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: