+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Ғинуар 2019, 12:55

Еңеүселәрҙе тәбрикләйбеҙ!

Һай, тырыш та инде уҡыусыларыбыҙ! "Мин донъяны һүрәтләйем" конкурсы йыл әйләнәһенә барҙы. Беҙгә килгән һүрәттәрҙең иҫәбе-һаны булманы. Конкурс булғас, уның еңеүселәре лә була. Бына улар...

“Бәйләнештә” төркөмөндә лә, журналдың үҙендә лә йыл әйләнәһенә барған "Мин донъяны һүрәтләйем" конкурсында уҡыусыларыбыҙ ихлас ҡатнаштылар. Уларға ижади үҫергә көс, дәрт, илһам биреүсе был бәйге 2019 йылда ла дауам итә. “Аманат”ҡа яҙылып, конкурс шарттары менән танышып барығыҙ, дуҫтар! Әүҙем ҡатнашып редакцияның иҫтәлекле бүләктәрен отоғоҙ!

Ҡәҙерле еңеүселәр! Беҙ һеҙгә һаулыҡ, уҡыуҙа уңыштар, ижад ҡанаттарының талмауын теләйбеҙ. Мөмкин булһа, бүләктәрегеҙҙе редакциянан килеп алыуығыҙҙы үтенеп һорайбыҙ. Адрес: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2-се һанлы йорт (Өфө полиграфкомбинаты бинаһы), 4-се ҡат, “Аманат” журналы редакцияһы Телефон номеры – 277-73-46.

Читайте нас: