Бәйгелә ҡатнашыу өсөн һеҙгә ни бары ижади эшегеҙҙе төрлө яҡлап фотоға, йәки видеоға төшөрөп, уны нисек, нимәнән яһағанығыҙҙы аңлатып яҙып, беҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмгә һалырға, йәки электрон почтаға ебәрергә кәрәк. Конкурстың да темаһы ирекле: кем нимәгә оҫта – шуны эшләй.
Конкурс “Аманат”тың “Бәйләнештә”ге асыҡ төркөмөндә (vk.com/amanatrb) алып барыла һәм уға йомғаҡ йыл аҙағында яһала.
“Аманат” журналы мөхәрририәте эштең үҙенсәлегенә, оҫталығына, “лайк”тарҙың күплегенә ҡарап, өс еңеүсене билдәләйәсәк. Еңеүселәр исемлеге һәм уларҙың ижади эштәре журналда 2019 йылдың ғинуар һанында баҫыласаҡ. Улар “Аманат” журналының фирма сәғәте һәм Маҡтау билдәһе менән бүләкләнәсәк.
Ә әлегә һеҙҙең иғтибарығыҙға Әбйәлил районы Рауил мәктәбе уҡыусыһы Айгөл Уйылданованан "Ҡамырға уралған колбаса" рецебын тәҡдим итәбеҙ.
250 гр. аҡ май йәки маргарин)
Эслеккә мин нәҙек колбаса (сосиска) һалдым. Уны үҙегеҙ теләгән аҙыҡ менән алмаштыра алаһығыҙ.
1. Йылы һөткә йәки һыуға 1 аш ҡалағы шәкәр,сүпрә һәм 2 стакан он ҡушырға ла, ҡалҡһын өсөн йылы урынға ултыртып ҡуйырға.
2. Артабан йомортҡаға сама менән тоҙ һәм шәкәр һалып туҡырға, ҡалған онға иретелгән майҙы ҡушып ,ҡамыр баҫырға кәрәк. Әҙер ҡамырҙы таҫтамал менән ябып 1-2 сәғәткә йылы урынға ултыртып ҡуйырға.
3. Ҡамыр ҡалҡҡас, уны өлөштәргә бүлеп йәйергә, эсенә таҙартылған сосискаларҙы урап, семеткеләп сығырға. Өҫтөн йомортҡа һарыһы менән һөртөп, 200 градуслыҡ мейестә 20 минут бешерергә. Ҡамыр артып ҡалһа, һүрәттәге кеүек раузалар эшләп бешерергә лә була. Телегеҙҙе йоторлоҡ була!