+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Май 2019, 14:26

ХIX республика ҡурайсылар конкурсы. Гран-при һәм автомобиль кемдә?

Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге ХIX республика ҡурайсылар конкурсы башланғайны. Уның еңеүсеһе билдәле булды.

Ул – Сибайҙан Шамил Күсәмышев! Гран-при яулаған милләттәшебеҙ өр-яңы “Лада-Гранта” автомобиленә лайыҡ булды!


Шамил Шәкир улы Баймаҡ районы Темәс ауылынан. 2007 йылдан Сибай сәнғәт колледжында студенттарға ҡурай серҙәрен өйрәтә. Әйткәндәй, уҡыу йортонда ул етәкселек иткән ҡурайсылар ансамбле әлеге конкурста икенсе урынға лайыҡ булған.


Еңеүсе беренсе турҙа “Юлғотло” башҡорт халыҡ йырын уйнаһа, икенселә уға “Тәфтиләү” көйө эләккән. Артабан баһалама ағзаларының һорауы буйынса Шамил Күсәмышев “Дим буйында бүртә ат”ты башҡарған. Ярыштың шартына ярашлы, конкурста ҡатнашыусы башҡорт халҡының йөҙ көйөн уйнай белергә тейеш.


“Еңеү яулауыма бик шатмын, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Шамил Шәкир улы. – Яҡташым, мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәнов исемендәге конкурста төп бүләккә лайыҡ булыуым төбәктә ҡурай сәнғәтенең лайыҡлы дауам ителеүенә дәлил булһа, икенсенән, бәйгелә оҙайлы йылдар дауамында ҡатнашыуымдың да һөҙөмтәһе был”.


Әйткәндәй, Сибай ҡурайсыларының төп призды яулауы тәүге тапҡыр түгел. Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек ҡурайсы Нурғәле Кейекбирҙин да гран-при алып, “тимер ат”лы булғайны.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.

Читайте нас: