+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Июнь 2019, 15:49

Иғтибар! Яңы конкурс!

Дуҫтар! Йәйге каникулды һеҙ нисек итеп үткәрәһегеҙ? Каникул булғас, бик күңеллелер инде. Әйҙәгеҙ, ошо матур мәлгә бағышлап “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмдә “Селфилы каникул” тигән фотоконкурс ойоштороп алайыҡ.

Конкурстың шарттары былай: матур ғына фото төшөрөгөҙ һәм уға ҡыҙыҡлы исем уйлап табығыҙ, аҙаҡ уны үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт менән бергә ошо һылтанма буйынса ебәрегеҙ: https://vk.com/album-41010454_262375263.
Шуныһы шарт: селфи булғас, ул фотола һеҙ ҙә булырға тейешһегеҙ. Нимә менән төшөүгә ҡарап, селфиҙың төрҙәре лә була. Аҙыҡ менән төшһәгеҙ – фудфи була, хайуан менән иһә – фелфи. Ә беҙ, шаяртып, ҡымыҙфи, бесәнфи, һыуфи тигәндәрен дә исемлеккә индерергә булдыҡ. Еңеүсене беҙ августың 15-тәрендә билдәләрбеҙ һәм уға иҫтәлекле бүләк (әлегә сер булып торһон!) тапшырыласаҡ.
Әйткәндәй, бында беҙ селфиҙың бер нисә төрөн генә атап үттек. Асылда улар бик күп бик күп. Улар тураһында һеҙ журналыбыҙҙың июль һанында уҡырһығыҙ.
Ә хәҙер конкурсыбыҙҙы башлайбыҙ! Бер, ике, өс!
Читайте нас: