+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Август 2019, 17:26

"Мажаралы бала саҡ" конкурсы дауам итә!

Ҡәҙерле дуҫтар! Һәр кемдең ғүмеренең иң күңелле, иң вайымһыҙ, иң гүзәл мәлендә – бала сағында ҡыҙыҡ ваҡиғалар күп була, шулаймы? Әйҙәгеҙ әле ошо темаға һөйләшеп алайыҡ. Айырым рубрика итеп асып, уға “Мажарлы бала саҡ” тигән елле генә исем дә бирәйек.

Был рубрикаға һеҙ ҙә балалыҡтың ҡыҙыҡтары, көлкө хәлдәре тураһында бәйән итеп, хаттар, фотолар ебәрегеҙ. Ололар ҡушылһа ла ярай – йәш сикләүҙәре юҡ. Ҡыҙыҡлы яҙмаларҙың авторҙары “Аманат”тың Маҡтау билдәһе менән бүләкләнәсәк. Һеҙ әлегә ниндәй мажараны ебәрергә икәнлеген уйлай тороғоҙ, ә беҙ башланмышҡа редакция хеҙмәткәрҙәренең бала саҡтағы ҡыҙыҡ хәлдәр-мәлдәрен һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итә торайыҡ.


“Әртис” ҡыҙыҡай

Бала саҡ мажараларға бай мәл инде ул. 3–4 йәш булғандыр миңә, һәр хәлдә, әлегә ҡул араһына инмәгән инем әле, әммә йырларға эшкингәнмен. Күрше-тирәлә йәшәгән әбей-бабайҙарҙы ныҡ ныҡ ярата торғайным. Бер өй аша йәшәгән Гөлъямал инәй ҡаҙ бәпкәләрен көтөргә сыҡһа, йүгереп барып, алдына ятып, арҡамды тырнаттырыуымды, һул яҡ күршебеҙ Нәжметдин олатайға йәнһүрәт ҡарарға инеүемде бик томанлы ғына иҫләйем. Улар күптән арабыҙҙа юҡ инде, йәндәре Йәннәттә булһын.

Бер көн иртәнсәк әсәйем миңә йылы күк күлдәгемде кейҙерҙе лә ишек алдына уйнарға сығарып ебәрҙе. Баш бала булғас, бер үҙеммен, күрше-тирәлә иптәш юҡ. Нимәгә барып тотонорға белмәй йөрөй торғас, соланда ятҡан микрофонымды – тимер ишек тотҡаһын – алдым да, йәһәт кенә инеп, әсәйҙең помадаһы менән буянып, киттем күрше бабайға “кәнсирт ҡуйыр ға”.

Ниндәй йырҙар йырлағанымды иҫләмәйем, күп булһа, шул “Килә яуа”ны йырлағанмындыр. Йырлап арығас, телевизорҙан “Ну, погоди!” йәнһүрәтен ҡарай-ҡарай, йоҡлап киткәнмен. Иҫләйем, телевизоры аҡлы-ҡаралы күрһәтә ине.

Әсәйҙәр эҙләп, аптырап бөткән, күршегә инеп ҡараһалар, йомарланып ҡына йоҡлап ятам икән. Нәжми олатай мине уятмаған. Бала йәнле бабай ине шул.



Читайте нас: