+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Сентябрь 2019, 13:44

“Селфилы каникул” тамам. Еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Йәй буйына беҙҙең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙҙә “Селфилы каникул” тигән фотоконкурс барғайны. Ниһайәт, көҙгә аяҡ баҫыу менән, бәйгебеҙҙең еңеүселәрен дә тәбрикләргә ваҡыт етте.

Конкурсҡа йәмғеһе 283 фото килде. Улар араһында ниндәйҙәре генә юҡ! Бесәнфи, фелфи, еләкфи, гөлфи, һыуфи – оҫта фотографтар иң шәп мәлдәрҙе кадрға эләктереп ҡалырға тырышҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр ябай фото ебәреү менән генә сикләнгән. Ә селфиның төп шарты шунда – объективҡа фотоға төшөрөүсе үҙен дә эләктерергә тейеш.

Шулай итеп, иң оригиналь, сифатлы һәм йөкмәткеле селфи авторҙарын билдәләнек. Беренсе урынға Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Гөлнәзирә Теләүғолова лайыҡ булды. Уның татлы бал менән балфиһы, Мираҫ исемле кескәй малайҙың йыуынғыс эсендәге селфиһы, йоҡософи, көнбағышфи тип аталған фотолары мөхәрририәт хеҙмәткәрҙәрен әсир итте. Беҙ уны “Аманат”тың фирма сәғәте һәм Маҡтау билдәһе менән бүләкләйбеҙ.
Икенсе урында – иң күп, ҡыҙыҡлы селфиҙары менән Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы ҡыҙы, “Аманат”тың йәш хәбәрсеһе Заһиҙә Рәжәпова. Ул беҙгә 60 (!!!) селфи ебәргән һәм иң мөһиме – бер фото ла конкурс талаптарынан тайпылмай! Ҡымыҙфи, помидорфи, ҡыярфи, ҡурайфи, борсаҡфи, мышарфи, бәшмәкфи, бесәнфи, тәлмәрйенфи (баҡафи), кесерткән менән гөлфи, йәнлек толоптары менән фелфи, туғандары менән релфи – ниндәйе генә юҡ! Заһиҙәгә “Тыңла әле, улар беҙҙең менән һөйләшә!” китабы менән журналыбыҙҙың Маҡтау билдәһе тапшырабыҙ.
Баймаҡ районының Билал ауылы һылыуы, шулай уҡ “Аманат”тың йәш хәбәрсеһе Наҙгөл Күсәрбаеваның йәйе лә төрлө ваҡиғаларға бай булған. Бының турала хәбәрсе ебәргән 51 селфиҙан күрергә була. Эйе, Наҙгөлдөң фотолары һан буйынса Заһиҙәнекенән аҙ ғына ҡалыша, әммә уның селфиҙары араһында лайыҡлы фотоһүрәттәр бихисап: урманфи, иләүфи, алмафи, Талҡаҫ буйында, диңгеҙ ярында – һыуфи, дуҫтары, туғандары менән релфи, боросфи, шешлекфи, байраҡфи, тауисфи, Буддафи (бына ҡыҙыҡ!) һәм аманатфи (иииий, Наҙгөл, ҡыуандырҙың!) Наҙгөл почетлы өсөнсө урынға лайыҡ булды һәм уға Дамир Шәрәфетдиновтың “Көн башы һуҡмаҡтары” китабы, “Аманат”тың Маҡтау билдәһе ебәрелә.
Ошоноң менән бөттөмө ни, тип һорарһығыҙ. Юҡ, әлбиттә! Ҡыҙыҡлы, иғтибарҙы йәлеп иткән фото авторҙарын да журналыбыҙҙың Рәхмәт кәлимәләре менән бүләкләргә булдыҡ. Бына улар: Бөрйән районының Байназар ауылынан Аделина Низамова, Ғилемдар Дәүләтшин, Сәлимә Дәүләтшина (“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе); Салауат районының Әлкә ауылынан Наҙгөл Шәмсетдинова (“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе), Йылайыр районының Яманһаҙ ауылынан Зарема Таһирова, Ейәнсура районының Сирғол ауылынан Аҙнағол Аҙнағолов, Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылынан Раксана Базарова.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Гел шулай сәмсел, әүҙем, аҡыллы, шәп һәм иң мөһиме – “Аманат”лы булығыҙ!
Читайте нас: