-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Сентябрь 2019, 15:31

Республикала мөнәжәт әйтеүселәр конкурсы ойошторола

27 сентябрҙә Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә VI Төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр конкурсы уҙғарыла.

Конкурстың маҡсаттары: милли мәҙәниәттең һирәк башҡарылған жанрын һаҡлап ҡалыу; мөнәжәт, нәсихәт, Мәүлит Ямалетдинов шиғри юлдарға һалған Ҡөрьән сүрәләрен иң оҫта башҡарыусыларҙы асыҡлау, уларға ярҙам күрһәтеү; мөнәжәттәр башҡарыуға һәм уны тергеҙеүгә йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын йәлеп итеү; йәштәрҙә эстетик зауыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләү.
Конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Унда өс номинация: мөнәжәт әйтеү, нәсихәт башҡарыу, Мәүлит Ямалетдинов шиғри юлдарға һалған Ҡөрьән сүрәләрен башҡарыу. Һәр ҡатнашыусы төрлө характерҙағы ике йәки өс әҫәр башҡара. Конкурс ике йәш категорияһында (17 йәшкә тиклем, 18 йәштән өлкәндәр) яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллективтар араһында үтә. Ҡатнашыусыларҙың сығыштарын компетентлы жюри баһалай, уның составына Башҡортостандың билдәле сәсәндәре, мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәре инә.
Ғаризалар 2019 йылдың 26 сентябренә тиклем Сибай ҡалаһы, Таусылар проспекты, 14 адресы буйынса ҡабул ителә. Сибай сәнғәт колледжы, Мәүлитова Луиза Вилюр ҡыҙы, телефон һәм факс: 8(34775) 2-46-32; 8-999-131-18-37, электрон почта: luizakurrai@gmail.com; Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы, Сибай сәнғәт колледжының «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе. Телефон: 8-960-383-46-09.
Ойоштороусылар — Республика халыҡ ижады үҙәге булышлығында Сибай ҡалаһы хакимиәте, Сибай сәнғәт колледжының «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе, Сибайҙың Ағинәйҙәр ҡоро, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.