+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Сентябрь 2019, 13:21

Иғтибар! “Аманат” ЖУРНАЛЫ шифаханаға юллама БҮЛӘК ИТӘ!

“Аманат” үҫмерҙәр журналы үҙенең интернет селтәрендәге “Бәйләнештә” төркөмөндә тороусы дуҫтары араһында ата-әсәләре менән балалар өсөн данлыҡлы “ҺАҠМАР” шифаханаһына ике кешелек (бер бала+ бер әсә (йәки атай)) путевка уйната!

ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАР!
“Аманат” үҫмерҙәр журналы үҙенең интернет селтәрендәге “Бәйләнештә” төркөмөндә тороусы дуҫтары араһында ата-әсәләре менән балалар өсөн данлыҡлы “ҺАҠМАР” шифаханаһына ике кешелек (бер бала+ бер әсә (йәки атай)) путевка уйната!
Эйе-эйе, тап “Һаҡмар” шифаханаһы УН БИШ КӨН буйы ял итеү һәм дауаланыу мөмкинлеге бүләк итә һеҙгә!
Уйында ҡатнашыу өсөн ябай ғына өс шартты үтәргә кәрәк буласаҡ.
Беренсенән: БӘЙЛӘНЕШТӘТӨРКӨМӨНДӘ ТОРОРҒА;
Икенсенән: “АМАНАТ” ЖУРНАЛЫНА ярты йылға, 2020 йылдың 1-се яртыһына ЯҘЫЛЫРҒА һәм ЯҘЫЛЫУ КВИТАНЦИЯһының фотоһы менән ҡуша ошо яҙманы үҙегеҙҙең ДИУАРҒА РЕПОСТ ЯҺАРҒА һәм уны конкурс аҙағына тиклем иң өҫтә БЕРКЕТЕП ҡуйырға;
Өсөнсөнән: ҠАТНАШЫУСЫНЫҢ СӘХИФӘҺЕ уйын аҙағына тиклем АСЫҠ булырға тейеш.
Бәхетле юллама эйәһен 7 октябрҙә “Аманат”тың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә 16.00 сәғәттә башланасаҡ он-лайн трансляция ваҡытында “Бәйләнештә” сайтының "КОНКУРСТАР" ҡушымтаһы ярҙамында осраҡлы рәүештә билдәләйәсәкбеҙ.
Шифаханала дауаланыу-ял итеү курсы 15 октябрҙән башлана. Уйын тамамланғандан алып санаторий-курорт картаһы юллау, ялға әҙерләнеү һәм санаторийға барып етеү өсөн 8 көн һеҙгә ваҡытығыҙ буласаҡ.
“Аманат” журналы уҡыусыларына ҙур бүләк яһағаны өсөн “Һаҡмар” шифаханаһы директоры Тәлғәт Рәфҡәт улы РӘХМӘТУЛЛИНға бөтөн уҡыусыларыбыҙ исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Уға киләсәк эшендә ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ә шифахананың артабан тағы ла сағыуыраҡ сәскә атыуын теләйбеҙ!
Ә һеҙгә, дуҫтар, уңыш йылмайһын!
БАШЛАНЫҠ! ХӘЙЕРЛЕ СӘҒӘТТӘ!
P.S. ПОДПИСКА НА "АМАНАТ" “Аманат”ҡа ошо һылтанма буйынса он-лайн режимда яҙылырға ла була.
Читайте нас: