-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Ноябрь 2019, 18:13

Бәйгелә ҡатнашырға саҡырабыҙ

"Аманат" журналының “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашыусылар күбәйгәндән-күбәйә.

Киләһе йылға "Аманат"журналына яҙылып, “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашыусылар көндән-көн арта бара. Уҡыусыларыбыҙҙан йылы ғына итеп яҙылған хаттар алып, ҡыуанышып ултырабыҙ. Рәхмәт барығыҙға ла!


Дуҫтар! Уйында ҡатнашырға, бүләк оторға теләһәгеҙ, 2020 йылдың 1-се яртыһына, ә иң яҡшыһы – бер йылға тотошлай яҙылып, ошо биттәге һәм журналдың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә йәки рәсми сайтында ҡуйылған купонды ҡырҡып. йәки баҫтырып алып, тултырып, баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы почта квитанцияның (абонементының) күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ!

Шул купондарҙы беҙ, Яңы йыл байрамынан һуң, подписка тамамланғас, лототрон рәүешендә уйнатасаҡбыҙ һәм бәхетлеләрҙең ҡайһыныһына ниндәй бүләктәр тәтейәсәген билдәләйәсәкбеҙ.

Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы – 350 һум 28 тин. Индексы – П2706.

Ғәҙәттә, ярты йыллыҡҡа яҙылыусы икенсеһенә яҙылырға онота ла ҡуя. Шуға күрә, бер юлы тулы бер йылға яҙылып ҡуйыу отошлораҡ та, арзаныраҡ та булыр – хаҡы 629 һум 04 тин була (ә ярты йыллыҡтарға айырым-айырым яҙылғанда 700 һум 56 тин булыр ине).

Тулы йылға яҙылыу индексы – П3396.

Шулай уҡ почтаға барып яҙылырға йыбанғандар интернет аша ла ошо адрес буйынса яҙыла ала: podpiska.pochta.ru/press/П2706.

Шулай уҡ rbsmi.ru сайты аша журналдың электрон вариантына ла яҙылып була.

Ҡиммәтле бүләктәр: велосипед, планшет, смартфон һәм “Аманат”тың стена сәғәттәре һеҙҙе көтә!

Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” конкурстары ла дауам итә.

Шарттары элеккесә: бөтөн уҡыусылары ла яҙылған мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәте тапшырыласаҡ һәм ул мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫыласаҡ. Синыфҡа – етәксеһенең исеме яҙылған Маҡтау билдәһе, ә етәксенең үҙенә “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһе ебәреләсәк. Әйткәндәй, улар уҡытыусыларға категорияларын күтәреүгә бик ныҡ ярҙам итә